Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
17 Июль 2022, 06:00

"Һеҙҙең менән һәр төрлө һынауҙарҙы ла үтергә була"

Андрей Назаров белореттарҙы байрамдары уңайынан ҡотланы, һөнәр оҫталарына юғары наградалар тапшырҙы.

"Һеҙҙең менән һәр төрлө һынауҙарҙы ла үтергә була""Һеҙҙең менән һәр төрлө һынауҙарҙы ла үтергә була"
"Һеҙҙең менән һәр төрлө һынауҙарҙы ла үтергә була"

16 июлдә Белорет ҡалаһының Совет майҙанында Ҡала көнөнә һәм Металлургтар көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Урындағы халыҡтың шатлығын уртаҡлашырға республика Премьер-министры килде. Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте исеменән һәм шәхсән үҙенән белореттарҙы ҡотланы, шулай уҡ юғары наградалар тапшырҙы.

Уның билдәләүенсә, бөгөн Белорет бер урында туҡтап ҡалмай, әүҙем һәм йылдам үҫә.

– Биш ай эсендә республикала сәнәғәт етештереүе алты проценттан күберәккә артҡан. Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда, был күпкә юғарыраҡ. Ошо йәһәттән металлургтар ҙур уңышҡа өлгәште. Был ҡаҙанышҡа Белорет металлургия комбинаты тос өлөш индерҙе, әлбиттә, – тине Андрей Назаров.

Премьер-министр әйтеүенсә, Белорет дөйөм социаль-иҡтисади өлкәне үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерә, тауар етештереү сирек өлөшкә артҡан.

– Эшкәртеүсе производстволарҙың өлөшө бында 91 проценттан ашыу. Ҡалала муниципалитеттар араһында эшһеҙлектең иң түбән күрһәткестәренең береһе теркәлгән. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе киңәйә, унда 11 резидент теркәлгән. Инвестициялар арта. Ике миллиард һумлыҡ 20 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ социаль һәм инженерлыҡ инфраструктураһын үҫтереүгә һуңғы өс йылда ике миллиард һум самаһы бюджет аҡсаһы йүнәлтелгән, – тип юғары баһа бирҙе Премьер-министр.

Ул шулай уҡ Белореттың тырыш, эшсән халҡын телгә алды.

– Белорет – уникаль төйәк. Бында тарих менән хәҙерге заман, иҫке сәнәғәт артефакттары һәм алдынғы йәмәғәт киңлектәре берләшкән. Быларҙың барыһы ла ҡалаға ҡабатланмаҫ төҫ бирә. Әгәр бында маҡсатҡа ынтылышлы, ныҡышмалы, яратҡан эшенә һәм тыуған еренә тоғро кешеләр йәшәмәһә, ҡала ундай булмаҫ ине, – тине Андрей Назаров.

Премьер-министр намыҫлы хеҙмәт һәм һөнәри оҫталыҡ өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне, маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Андрей Назаров, республика Белорет халҡы менән бергә һәр төрлө һынауҙарҙы ла үтер, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә ил хаҡына иң ҡыйыу хыялдарҙы, проекттарҙы тормошҡа ашырыр, тип белдерҙе.  

Сараны байрам концерты дауам итте.

Фото: республика Хөкүмәте.

"Һеҙҙең менән һәр төрлө һынауҙарҙы ла үтергә була"
"Һеҙҙең менән һәр төрлө һынауҙарҙы ла үтергә була"
Автор:
Читайте нас