Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
16 Июль 2022, 04:00

Экспедиция файҙалы булды

Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының филология факультеты 1-се курс студенттары районыбыҙҙың Оло Шаҙы һәм Ҡыйғаҙытамаҡ ауылдарында фольклор экспедиция менән булды.

Экспедиция файҙалы булдыЭкспедиция файҙалы булды
Экспедиция файҙалы булды

Студенттар филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалы доценты Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова етәкселегендә тәүҙә Оло Шаҙы ауылына барҙы. Бында улар ауыл халҡы менән әңгәмәләште, музейҙа булды. Эльвира Шәйҙуллина, Мария Гайсина, Мөнир Нурисламовты студенттар ҡыҙыҡһынып тыңланы, уларҙан бай мәғлүмәт алды. Фольклор йыйыусылар был ерлеккә генә хас уйындарҙы, һүҙҙәрҙе, ер-һыу атамаларының тарихын яҙып алды. Оло Шаҙы ауылының Хеҙмәт һәм дан музейында район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов студенттарға ауыл тарихы, билдәле кешеләре тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов дивизияһында хеҙмәт итеүселәр менән дә ҡыҙыҡһынды йәш филологтар. Студенттарҙы һуңынан Баҡый шишмәһенә, Ҡалатау тауына алып барҙылар, уларҙың тарихы менән таныштырҙылар.
— Оло Шаҙы ауылында беҙгә бик оҡшаны. Бында ҡунаҡсыл, асыҡ күңелле, рухлы халыҡ йәшәй. Студенттар өсөн экспедиция файҙалы булды, улар бай тәьҫораттар менән ҡайтты. Мишкәнең мари халҡы ғына төбәк иткән район түгеллеген, ә Ҡаңлы ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәре булыуын үҙҙәре ишетте, архив документтары менән инанды. Бирелә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүсе милләттәштәребеҙ үҙҙәренең башҡортлоғон күптән таныған һәм бының менән ғорурлана. Һуңынан беҙ Ҡыйғаҙытамаҡ ауылына ла индек. Ваҡыт тар булыу сәбәпле, Шәйехзада Бабичтың бюсын ҡарап сыҡтыҡ. Әммә беҙ бында тағы ла әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Экспедиция һөҙөмтәләре буйынса йыйынтыҡ сығарыласаҡ, — ти фольклор экспедиция етәксеһе Гөлнур Ҡасҡынова.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Экспедиция файҙалы булды
Экспедиция файҙалы булды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас