Дәғүәселәрҙең эштәре репортаж, очерк, документаль повесть һәм публицистик мәҡәлә; теле- һәм радиотапшырыу; фотоэштәр серияһы формаһында булырға тейеш. Улар республика, Рәсәй йәки сит ил баҫма йәки электрон киң мәғлүмәт сараларында йәки айырым китап булып сығыуы шарт. Конкурс әҫәрҙәре темаларына замандаштарҙың образдары, халыҡтар дуҫлығы һәм милли мәҙәниәттәрҙең байлығы, гражданлыҡ тыныслығы һәм йәмғиәттәге татыулыҡ, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше инә. Премия суммаһы 100 мең һум тәшкил итә.
Материалдар 2022 йылдың 1 сентябренә тиклем ошо адрестар буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Журналистар союзы, 111-се офис (Матбуғат йортоноң 1-се ҡатында). Телефон: (347) 276-42-66, 8-917-36-83-284), БР Матбуғат агентлығы (Киров урамы, 45, дүртенсе ҡат (баҫма киң мәжлүмәт саралары бүлеге, телефоны: 218-07-73).