

“Һеҙҙең өсөн”, “Ал булайыммы һиңә”, “Ҡыҙ бала”, “Гармундар кәрәк әле”, “Яратам”, “Гөрләйҙер күгәрсендәр”... Ғәҙәттә, яратҡан йырҙарҙы ғүмерлек юлдаш итеп алабыҙ ҙа уларҙы кем яҙғанына, көйөн кем ижад иткәненә иғтибар ҙа бирмәйбеҙ, йырлайбыҙ ҙа йырлайбыҙ. Улар халыҡ йырҙарына әүерелә. Яҡташыбыҙ Алик Лоҡманов ижад иткән әҫәрҙәр ҙә нәҡ шундай — күңел түрҙәренән урын алған халыҡ йырҙары.
Яҡташыбыҙ менән ғорурланырға тулы хоҡуғыбыҙ бар. Мәҙәни эшмәкәрлеге, сәнғәткә һалған хеҙмәте өсөн уға СССР Мәҙәниәт министрлығының “Яҡшы хеҙмәт өсөн” билдәһенә, “Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” һәм “Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәргә, “Донъяның мәрхәмәтле кешеләре” йәмғиәтенең “Ерҙә йәшәү хаҡына”, Ҡазандың мең йыллығы, Муса Йәлилдең тыуыуына 110 йыл уңайынан сығарылған миҙалдарға, Татарстан Дәүләт Советының Рәхмәт хатына, Әнғәм Атнабаев исемендәге премияға лайыҡ булған хөрмәтле шәхес ул.
Композитор Алик Харис улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Алик Харис улы, илһамды саҡырып килтереп булмай, күңел көтмәгәндә тулҡынлана, ижади емештәр ҙә уйламағанда тыуа. Йыр тыуыу тарихтары менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырып үтһәгеҙ ине.
— Яҙмышымда кумирым, халҡыбыҙҙың һөйөклө шағиры Әнғәм Атнабаев менән ижади дуҫлыҡ ҙур урын алып тора. Хатта туйыбыҙҙа ла шаһит булды ул! Махсус йыр текстары яҙыуҙы өнәмәй ине. Шиғыр шиғыр булып тыуырға тейеш, композитор күңеленә үтеп инһә генә йырға әүерелә, тигән фекерҙә булды. Әнғәм Атнабаевтың шундай матур ғәҙәте бар ине. Осрашҡан саҡтарҙа ла, телефон аша хәбәрләшкәндә лә әңгәмә аҙағында: “Яңы шиғырҙарымды ишеткең киләме?” — тип һорай ине. Шулай бер көн, Өфө сәнғәт институтында уҡыған сағым. Әнғәм ағайға шылтыратып хәлен белергә булдым. Һөйләштек. Һуңынан, ғәҙәттәгесә, ул яңы яҙған шиғырҙарын уҡыны. Хушлаштыҡ. Мин дәрескә әҙерләнеүемде дауам иттем. Тик бая ишеткән шиғырының береһе күңелде ҡытыҡлай бит. Тыныслыҡ юғалды. Әнғәм ағайға шылтыраттым. Теге күңелде ҡуҙғытҡан шиғырҙы яҙып алдым. Пианино артына ултырып, “Әйләнептәр ҡайтһам” шиғырын йыр иттем.
— Һеҙ көй яҙған “Һеҙҙең өсөн” йырын йырлап үҫтек. Йыр дәфтәрҙәренең иң беренсе битендә биҙәкләп-биҙәкләп яҙылған булыр, уны яңғыҙ ҙа, ансамбль менән дә концерт һайын башҡарыр инек. Йырҙың яҙылыу тарихын белге килә бит.
— Бер дуҫым өйләнергә булды, туйына саҡырҙы. Ә туйға ниндәй бүләк алырға? Студент саҡ. Стипендия аҡсаһына йүнле бүләк алып буламы инде? Яңы тыуған ғаиләгә йыр бүләк итергә булдым. Минең китаптарҙан йыр яҙырҙай шиғырҙарҙы киҫеп алып, туплаған папкам бар. Шуны аҡтарып был тантанаға тура килерлек шиғыр эҙләйем. Таптым. Йыр яҙҙым. Әммә авторын белмәйем, сөнки киҫелгән биттә ул күрһәтелмәгән. Был битте кәштәләге китаптарға ҡуйып ҡарайым. Ниһайәт, бер китап битенә тура килде. Шағир Рафаэль Сафин йыйынтығынан ине ул. Йырҙы ҡыҙыл таҫма менән бәйләп, туйға алып киттем. Бүләкте йырлап та күрһәттем.
— Йөрәктәребеҙҙе тетрәндереп, беҙҙе ҡайғыға һалып, арабыҙҙан ваҡытһыҙ китеп барған Вәсилә Фәттәхова бик күп моңло йырҙар ҡалдырҙы. Шулар араһында һеҙҙең халыҡ һүҙҙәренә яҙылған “Ҡыҙ бала” йыры ла бар.
— Был йыр бик популяр булып китте. Интернет селтәрендә уны башҡарған 13 кеше бар. Ул хатта йыраҡ Куба утрауында ла яңғырай. Софья Перес исемле йырсы ла уны үҙенең репертуарына индергән. Әммә Вәсиләбеҙ башҡарыуында был йырым үҙәктәрҙе өҙә. Иманым камил, халыҡ йырсыһын да, йырҙы ла онотмаҫ...
— Халыҡ араһында “Ал булайыммы һиңә” исеме аҫтында популяр, ысынында иһә, “Һиңә” тип аталған йырығыҙ нәҡ беҙҙең Балтас диалектына хас “айым-майым” ҡушымсалы һүҙе менән яҡын миңә. Балтастар һөйләшен бөтөн татар донъяһына яңғыраттығыҙ, Алик ағай!
— “Һиңә” тип исемләнгән йыр шиғырының авторы күренекле башҡорт шағиры Абдулхаҡ Игебаев. Йырҙы халыҡҡа йырсылар Шамил Хәмәҙинуров, Хәниә Фәрхи, Зөһрә Сәхәбиева, Венера Ғәниева, Бибисара Азаматова еткерҙе. “Булайыммы” — ул бит башҡортса була тип, “Ал булыйм микән сиңа”, йәки “Ал булыйммы әллә сиңа” тип йырларға тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Абдулхаҡ ағайҙың үҙе менән осрашып, кәңәшләшергә булдым. “Алик ҡустым, бында бер генә лә хилафлыҡ юҡ. Тарихҡа күҙ һалайыҡ. 1920 йылдар аҙағында телдәрҙе тәртипкә килтергәндә татар ҙа, башҡорт та берсә ҡулланған “майым-мәйем” ҡушымсалы һүҙҙәрҙе татар ғалимдары әҙәби нормаға индермәгән. Нәтижәлә, бындай һүҙҙәр татарҙың диалекты — һөйләм һүҙҙәре булып йөрөргә дусар ителгән. Шуға күрә, “булайым-булмайым”, “бармайым-ҡайтмайым” тип һөйләшкән татарҙы башҡорт тип ҡарау һис кенә лә дөрөҫлөккә тура килмәй. Һин минең халыҡсан шиғырыма халыҡсан көй тотоп алғанһың, йырланһын ошо килеш,” — тип арҡамдан һөйөп ҡуйҙы.
— Һәр кешенең тыуған ере, кендек ҡаны тамған тупрағы мәңгегә хәтерендә уйылып ҡала. Тыуған ерегеҙ, бала саҡ хәтирәләре Һеҙҙең ижадығыҙға ниндәй йоғонто яһаны?
— Уңдырышлы, бәрәкәтле тупраҡта, Танып йылғаһы буйында урынлашҡан, тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ һыулы Текәнте, Диләүер шишмәләре, ер менән күкте тоташтырып тороусы Ҡаратәкә тауы, әкиәттәй серле Сатлыҡул урманы булған Балтас районының Ҡарғалы ауылында донъяға килгәнмен. Атайым Харис менән әсәйем Хөннә ғаиләһендә алты бала араһында өсөнсөһө мин. Ауылыбыҙҙа элек-электән йор һүҙле кешеләр йәшәне. Иҫ киткес моңло йырсылар күп булды. Ә гармунсылар, баянсылар! Улар байрамдарҙа, егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатҡанда урамда бер нисә рәткә теҙелеп уйнап бара ине. Ауылда Дәүләтхан исемле бабай йәшәне. Уның 10 улы булды. Барыһы ла гармунда уйнай ине. Өсөһө әле иҫән, ҡулдарынан гармун төшкәне юҡ. Ауылыбыҙҙың Бәҙретдин заттары — һәр береһе гармун һайрата, йә йырлай, шиғырҙар яҙа. Бындай үҙенсәлекле ауыл тағы ҡайҙа бар икән?! Унан, беҙҙең өйҙә атайҙың һуғыш трофейы булған патефон һәм бик күп грампластинкалар бар ине. Мин Бетховен, Берлиоз, Чайковский, Рахманинов кеүек классиктарҙы тыңлап үҫтем. Бала сағымда ауылым һеңдергән моң мине ғүмер буйы оҙатып йөрөй.
— Шул тиклем моңло мөхиттә үҫһәгеҙ ҙә, йыр иленә тартылыуығыҙ көслө булһа ла, сәнғәткә юлдарығыҙ урау булған, Алик Харис улы. Тормошоғоҙҙоң иң мөһим мәлдәренә туҡталып китәйек әле.
— Мин башта Өфө нефть институтының Салауат ҡалаһындағы филиалының киске бүлегенә уҡырға индем. Эш шунда: мәктәпте миҙалға тамамланым. Ә ундайҙарға аттестат биреүҙе һуҙалар ине, документтарҙы Мәғариф министрлығы тикшерә. Музыка училищеларында ҡабул итеү имтихандары бик иртә тамамлана. Мин ҡулыма аттестат алғансы училищела был эш тамамланды. Тоттом да нефть институтына барҙым. Нефть производствоһын механикалаштырыу һәм автоматлаштырыу эше минеке түгел икәнен аңлап, бер йылдан һуң уҡыуҙы ташланым.
Композиторҙар Рафиҡ Сәлмәнов, Тәлғәт Шәрипов, Вәсил Хәбисламов менән таныштым. Уларға йырҙарымды күрһәтеп, дәрестәр алдым. Ә улар: “Һинән биолог сығырмы, юҡмы, белмәйбеҙ, ә бына композитор сығырға тейеш”, — тип, музыка буйынса уҡырға инергә ҡыҫтаны. Бына ошо кәңәштәрҙе тотоп, Өфө сәнғәт училищеһының ишеген астым. Башта унда, һуңыраҡ Өфө сәнғәт институтында музыка белеме алғандан һуң, Тәтешле районына Балалар музыка мәктәбе асырға ебәрҙеләр. Мәктәптең бинаһын төҙөтөп, матди яғын ҡайғыртып, белгестәр менән нығытып, филиалдарын асып, ике йыл уҙып та китте. Тырышлығымды күреп, Өфөгә Республика халыҡ ижады үҙәгенә музыка бүлеге етәксеһе итеп эшкә саҡырҙылар. Унда 19 йыл эшләгәндән һуң Башҡортостан татар ижтимағи үҙәге эргәһендәге мәҙәниәт үҙәге рәйесе йөгөн ҙур теләк менән иңемә алдым. Күп һанлы милли-мәҙәни саралар ойошторҙоҡ. Ғ. Ибраһимов, Һ. Таҡташ, Х. Туфан, Ә. Еникәй, Ғ. Сәдә, М. Нәзиров юбилейҙарын, һәр йылды Туҡай кисәләрен үткәрҙек. 1992 йылдан башлап бер нисә йыл рәттән “Науруз гүзәле” бәйгеһен уҙҙырҙыҡ. 1995 йылда “Татар йыры” башҡарыусыларының “Туған тел” республика конкурсына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булырға тура килде. Күп ваҡыттарҙа ошо сараларҙың сценарий авторы, режиссеры, музыкаль биҙәүсеһе һәм алып барыусыһы булдым. 2007 йылдан 2020 йылға тиклем Бөтә донъя татар конгресының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиле вазифаһын башҡарҙым. Был эште ҡалдырғандан һуң башкөллө ижадҡа сумдым. Һөҙөмтәлә, яҙған йырҙарымдан “Йырҙарға күскән йәнем” тип исемләнгән йыйынтыҡ туплап, китап сыҡты.
— Бынан тыш, Башҡортостанда йәшәгән ижадсыларға күрһәткән ярҙамығыҙ бик ҙур. Һеҙ тиҫтә йылдар дауамында ике республика дуҫлығын нығытыуға ҙур көс һалдығыҙ. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға бағышланған маҡсатлы эшмәкәрлек, ижад менән һуғарылған ғүмер юлығыҙ менән беҙ, яҡташтарығыҙ, ғорурланабыҙ. Яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ һәм матур йырҙар көтөп ҡалабыҙ!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.