Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
15 Июля 2022, 11:25

Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр

«Сарс»та «Йәйләү» сменаһында күңелле ял итә

Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәрИлһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр
Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр

Районыбыҙҙа һоҡланғыс тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Солтанбәк ауылындағы «Сарс» һауыҡтырыу лагерында «Йәйләү» программаһы буйынса беренсе смена үҙ эшен башланы
«Йәйләү» — республикабыҙҙа киң билдәле үҙенсәлекле проект. Балаларҙың ялы бында яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның халыҡ этнопедагогикаһына һәм йолаларына нигеҙләнгән программаһына ярашлы алып барыла. Солтанбәк ауылындағы «Сарс» һауыҡтырыу лагерында ла беренсе смена «Йәйләү» программаһы буйынса эшләй. Әлеге ваҡытта унда ете йәштән 16 йәшкә тиклемге 40-лап бала Балыҡсы һәм Танып ырыуҙарына бүленеп, күңелле һәм файҙалы ял итә. Улар бирелә башҡорт телендә аралашып, башҡорт мөхитендә йәшәй.

 «Йәйләү»ҙе ойоштороусылар тыуған яҡтың тарихын, мәҙәниә­тен, билдәле шә­хес­тәрен, ырыуҙарҙың килеп сығышын өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Тап ошо ҡиммәттәр аша балала әсә теленә, халҡына, иленә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләнә. Лагерҙа  ошо маҡсаттарға ирешеү өсөн көн дә рухлы, илһөйәрлек менән һуғарылған бай йөкмәткеле саралар үтә.

Илһөйәр Махатова.

Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр
Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр
Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр
Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр
Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр
Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас