

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә медицина ойошмаларын иҫкәртеү саралары өсөн дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде. Андрей Назаров республикала халыҡты иммунизациялауҙың “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы иҫкәртеү прививкалары календары буйынса үткәрелеүен иҫкә төшөрҙө.
– Йыл һайын иммунобиологик препараттарҙы алыуға һәм һаҡлауға финанс саралары бүленә. Хәҙерге ваҡытта бушлай вакцинация бары дәүләт медицина ойошмаларында үткәрелә. Был эшкә шәхси медицина ойошмаларын йәлеп итеү тәүге звенолағы көсөргәнеште кәметәсәк, шулай уҡ медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырасаҡ, – тине Андрей Назаров.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина әйтеүенсә, бөгөн республикала иммунопрофилактика сараларын башҡарған һәм эшмәкәрлектең был төрөнә тейешле лицензияһы булған, Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһында эшләгән дәүләткә ҡарамаған 15 медицина ойошмаһы иҫәпләнә. Уның фекеренсә, иҫкәртеү сараларын үткәргән медицина учреждениеларының шәхси милек формаһындағы учреждениелар иҫәбенә артыуы поликлиника звеноһына көсөргәнеште кәметәсәк.
– Дәүләткә ҡарамаған медицина ойошмаларына республика бюджеты средстволарына алынған вакциналар менән иммунизация үткәреү өсөн иҫкәртеү прививкалары планын эшләргә, иммунобиологик препараттарға заявка әҙерләргә һәм уларҙы файҙаланыу буйынса билдәләнгән тәртиптә отчет бирергә кәрәк буласаҡ. Иммунобиологик препараттарҙы ваҡытында бүлеүҙе ойошторорға, халыҡты шәхси учреждениеларҙа ла вакцина яһатыу мөмкинлеге тураһында иҫкәртергә кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.