

Рәмил райондың Сәпәш ауылында алты балалы Маруся һәм Константин Йәмитовтар ғаиләһендә иң кесеһе булып донъяға килә. Атаһы ауылда берҙән-бер тракторсы булараҡ, “тимер ат” уларҙа ғына була. Шуға ла хужаға һәр саҡ ауылға район үҙәгенән йә күрше Ураҙбаҡты ауылынан ниндәй ҙә булһа йөк ташырға тура килә. Ул ваҡыттарҙа кешелә транспорт та бик булмай. Рәмилдәрҙең ауылын хеҙмәтләндергән Ураҙбаҡты почтальоны атаһына һәр ваҡыт тоғо-тоғо менән гәзит-журналдар, хаттар биреп ебәрә.
— Тоҡтарҙы асып ебәреү менән танауға өр-яңы гәзит-журналдар еҫе килеп бәрелә ине. Ул саҡтарҙа халыҡтың баҫмаларҙы күпләп алдырған мәле. Беҙгә, бала-сағаға, шул рухи байлыҡты тағатып, айырып (сортировкалап) ҡуйырға ҡушыла ине. Шулай әле лә, почта машиналары баш ҡаланан, йә Бөрөнән гәзит-журналдар алып килеп, баҫмаларҙы өҫтәлгә йәйеп ебәреү менән таныш еҫ бала саҡтағы шул миҙгелдәрҙе иҫкә төшөрә, — тип һөйләй Рәмил Константинович нисек итеп почта хеҙмәтенә килеп эләккәне хаҡында.
1996 йылда ул тыуған ауылында почтальон булып эш башлай. Өлгөр егетте, күп тә үтмәй, район үҙәгенә почтаға эшкә саҡыралар. Бында Рәмил операциялар залында оператор вазифаһын башҡара, бер юлы төп касса өсөн дә яуаплы була. Бер аҙҙан страховкалау участкаһы етәксеһе итеп үрләтелә. Әлеге ваҡытта Рәмил Константинович “Рәсәй Почтаһы” акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел почтамтының әйҙәүсе белгесе булып хеҙмәт һала. Уның иңендә гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһын ойоштороу, халыҡ көнкүреше тауарҙары, матбуғат баҫмалары, страховкалар, лотерея билеттары һәм башҡа әйберҙәр менән сауҙаны көйләү бурысы ята. Яуаплы һәм тынғыһыҙ эшендә уға хеҙмәттәше Флүрә Талипова ярҙам итә.
— Районда ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы уңышлы үтте. Әлбиттә, илдә барған хәл-ваҡиғалар арҡаһында гәзит уҡыусылар һаны кәмене, — ти Рәмил Йәмитов мөһим кампания хаҡында. — Район гәзитенә 1861 кеше яҙылһа, “Йәнтөйәк” гәзитен икенсе ярты йыллыҡта 146 данаға арттырҙыҡ.
Унан алынған мәғлүмәттәр буйынса райондың иң күп уҡыған ауылы билдәле булды. Һөйөндөк почтальоны Флүрә Ғабдуллина Ҡортлокүл ауылында 274 дана баҫма яҙҙырыуға ирешкән! Шулай уҡ Урғыш почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре — Руслан Миһранов Раздолье ауылында, Вера Мохнаткина Урғышта был йүнәлештә әүҙем эшләгән. Шулай уҡ Байҡыбаш бүлексәһе почтальондары Нәзибә Әхмәтова һәм Идалия Дәүләтшина юғары һөҙөмтәләргә ирешкән.
Рәмил Константинович үҙенең хеҙмәттәштәре менән матбуғатҡа яҙылыу буйынса маҡсатлы эштәр башҡара. Район хакимиәтендә үткәрелгән оператив кәңәшмәләрҙә кампания барышы менән таныштыра, төрлө майҙансыҡтарға, һөнәри коллективтарға сығып, яҙылыуҙы ойошторалар. Ул Абыҙ мәктәбе коллективының да иң беренселәрҙән булып төрлө баҫмаларға яҙылыуын әйтеп үтте. Шулай уҡ ҡариҙелдәр район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин башлап ебәргән “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек акцияһында ла әүҙем ҡатнашты.
Почта белгесенең намыҫлы хеҙмәте Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Шулар араһында почтаның юғары органынан алынған Рәхмәт хатын ул иң ҡәҙерлеләрҙән һанай.
Һөнәри байрамдарын Рәмил Константинович күтәренке кәйефтә ҡаршылай. Ул 26 йыл дауамында почта эшенең үҙенсәлектәрен энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән, шуға ла коллективында оло хөрмәт ҡаҙанған. Уның эш телефоны көнөнә нисә ҡабат шылтырайҙыр, ул үҙе генә белә. Һәр кем менән ихлас һөйләшә, төрлө һорауҙарға теүәл яуап бирә.
Гөлнара Солтанова.
Ҡариҙел районы.