+30 °С
Облачно


Рәсәй Президенты Украина, ДНР, ЛНР халҡына ябайлаштырылған тәртиптә Рәсәй гражданлығын алыу мөмкинлеге биргән указға ҡул ҡуйҙы.
Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Унда яҙылыуынса, Украина, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында даими йәшәгән, шул иҫәптән гражданлығы булмаған кешеләр, Рәсәй Федерацияһында ябайлаштырылған тәртиптә гражданлыҡ алыу буйынса ғариза яҙырға хоҡуҡлы.