

Волга буйы федераль округының "iВолга" йәштәр форумына аккредитация иғлан ителде. Сара унынсы тапҡыр үткәрелә, был юлы 21-29 июлдә Һамар өлкәһе биләмәһендәге Мастрюков күлдәренең фестиваль паркында уҙа.
"iВолга" - Һамар өлкәһе һәм Волга буйы федераль округы брендтарының береһе. Быйыл форум "Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге" темаһына үткәрелә. Программала тренингтар, йәштәр проекттары конкурсы, ғилми һәм ғәмәли конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө йүнәлештәр буйынса төбәк-ара асыҡ ярыштар, күргәҙмәләр, инициативалар йәрминкәләре, федераль, округ, төбәк кимәлендәге эксперттар менән осрашыуҙар, дискуссиялар, шулай уҡ мәҙәни-ял, спорт, туристик-тыуған яҡты өйрәнеү саралары ҡаралған.
Конкурста ҡатнашыусылар "Минең халҡым", "Киләсәккә идара ит", "Эш башҡар", "Изгелек миссияһы", "Йәшәү урыны", "Ижади процесс" кеүек туғыҙ профилле сменаны, "Практика", "Балалар iВолга"һы һәм "Дәүләт йәштәр сәйәсәте" лабораторияларын үҙ эсенә алған белем биреү программаһын үтергә тейеш. Форумда көндөҙгө форматта ғына ике меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Волга буйы федераль округының Йәштәр форумы Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле етәкселегендә Һамар өлкәһендә 2013 йылдан алып уҙғарыла. Ойоштороусыһы - Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлығында Һамар өлкәһе Хөкүмәте. Бының өсөн 2022 йылдың 15 июленә тиклем Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 4-кә ҡәҙәр түбәндәге һылтанма буйынса ғариза тултырырға һәм ошо һылтанма буйынса ебәрергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/62c5611a97b353993c02ed57.
Фото: "Башинформ".