Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Июль 2022, 14:45

Ҡариҙел – гер күтәреүселәр төбәге

Кирҙә ауылының легендар гер күтәреүсеһе Альберт Миңлебаев Архангельск ҡалаһында үткәрелгән ярыштарҙан оло еңеүҙәр менән ҡайтты!

Ҡариҙел – гер күтәреүселәр төбәге
Ҡариҙел – гер күтәреүселәр төбәге

Исеме Гиннестың рекордтар китабына индерелгән Альберт Миңлебаевты район халҡы яҡшы белә. Бына күпме йылдар инде гер күтәреү спорты буйынса дан яулаған арҙаҡлы шәхесебеҙ ул. Шуға ла уға йыл һайын тиерлек район һабантуйында спорт факелын ҡабыҙыу хоҡуғы тапшырыла.

Альберт Миңлеғәлим улы Архангельск ҡалаһында уҙған гер күтәреү триатлоны буйынса донъя чемпионатында ҡатнашты. Был мәртәбәле бәйге менән бер рәттән Европа, Азия, Евразия, Рәсәй, Белорусия һәм башҡа илдәр араһында халыҡ-ара турнирҙар ойошторолдо. Һәр чемпионатта Альберт Миңлеғәлим улы үҙенең ауырлыҡ категорияһында  1-се урындарҙы яуланы. Бына ҡайҙа ныҡышмалылыҡ, көс-дарман һәм таҫыллыҡ! Был чемпионатта Альберт Миңлеғәлим улы 1-се дәрәжә “Алтын Атлант” халыҡ-ара ордены менән бүләкләнде. Яҡташыбыҙҙың 19 илдең 111 спортсыһы араһында шундай оло еңеүгә өлгәшеүе ҙур мәртәбә.

Район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин уны оло еңеүе менән ихлас тәбрикләне, ул легендар спортсыбыҙҙың яуланған кубоктарының һәм наградаларының күплегенә һоҡланыуын белдерҙе.

— Альберт Миңлеғәлим улы — спорт легендаһы, ул районыбыҙҙы һәм республикабыҙҙы данлай, яңы быуын спортсыларын тәрбиәләй. Уҡыусылары ла төрлө бәйгеләрҙә юғары ҡаҙаныштарға ирешеп, һөйөндөрөп кенә  тора, —  тине Айҙар Әнғәм улы.

  • Ярыштар бер тында тиерлек, яҡшы шарттарҙа үтте, үҙ-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ хөкөм һөрҙө. Беҙҙең спортсылар берлеге ныҡлы, көслө. Ул йылдан-йыл үҫә һәм нығый бара, бының менән беҙҙең бөйөк дәүләтебеҙ ҙә нығый, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты батырыбыҙ.

Альберт Миңлебаев менән барыбыҙ ҙа ғорурланабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, уға киләсәктә лә пьедесталдың иң түрендә булып, ҙур уңыштар йылмайһын!

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел – гер күтәреүселәр төбәге
Ҡариҙел – гер күтәреүселәр төбәге
Ҡариҙел – гер күтәреүселәр төбәге
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: