Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июль 2022, 16:26

Ҡыҙыл ҡарағат менән маринадланған ҡыяр

Иң мөһиме, был осраҡта ҡыярҙар уксусһыҙ маринадлана. Уны ҡыҙыл ҡарағат алмаштыра.

Ҡыҙыл ҡарағат менән маринадланған ҡыяр
Ҡыҙыл ҡарағат менән маринадланған ҡыяр

Уңған баҡсасыларҙың түтәлдәрендә ҡыярҙар өлгөрҙө, ҡыҙыл ҡарағаттар ҡыҙарҙы. Әйҙәгеҙ, был юлы күптәргә ятыраҡ тойолған яңы ысул - ҡыярҙы ҡыҙыл ҡарағат менән ҡышҡылыҡҡа эшләп ҡарайыҡ. 

Былай иткәндә, ҡыярҙар кетерләк була һәм үҙенсәлекле тәм ала. Маринадланған ҡарағаттар үҙҙәре лә бик тәмле килеп сыға. Иң мөһиме, был осраҡта ҡыярҙар уксусһыҙ маринадлана. Уны ҡыҙыл ҡарағат алмаштыра.

Ингредиенттар:
Ҡыяр — 600 г
Һарымһаҡ — 2 эре теш
Һуған — 1 баш.
Ҡыҙыл ҡарағат— 1,5 стаканаҠара борос— 3 борсаҡ.Ҡәнәфер — 3 шт.

Рассол өсөн:
Һыу — 1 литр
Шәкәр — 1аш ҡалағы.
Тоҙ — 2,5аш ҡалағы.

 Әҙерләү:
— ҡыярҙарҙы йыуабыҙ, кәмендә 2 – 3 сәғәт һалҡын һыуҙа тотабыҙ.

— банка төбөнә ҡарағат япраҡтары, һарымһаҡ киҫәктәре, һуған балдаҡтары һалабыҙ.

— ҡарағатты таҙартып йыуабыҙ.

— ҡыярҙарҙы банкаға вертикаль рәүештә тығабыҙ, араларына ҡарағат тултырабыҙ.

— банканы ҡайнар һыу менән тултырып 5 – 10 минут тотабыҙ.

— һыуҙы банканан кире кәстрүлгә бушатабыҙ ҙа рассол яһайбыҙ: ҡайнап торған һыуға тоҙ, шәкәр, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ.

— рассолды ҡайнар килеш йәнә банкаға ауҙарабыҙ, өҫтөн ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ һәм стерилизацияға ҡуябыҙ (1 литрлыҡ банкаға – 8-10 минут).

— банкаларҙы тимер ҡапҡастар менән ябып, әйләндереп ҡуйып йылы әйбер менән урайбыҙ.

Сығанаҡ һәм фото: "Сәләм" телеканалы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Ҡыҙыл ҡарағат менән маринадланған ҡыяр
Ҡыҙыл ҡарағат менән маринадланған ҡыяр
Автор:
Читайте нас: