Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июль 2022, 09:20

Республикабыҙ – алдынғылар рәтендә

Башҡортостан ил төбәктәренең сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында ике тапҡыр еңеүсе булды.

Республикабыҙ – алдынғылар рәтендә
Республикабыҙ – алдынғылар рәтендә

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ Рәсәй субъекттарында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынды алды. Башҡортостан автомобиль бензины, аш һәм кальцийлы сода, табаҡлы быяла, автомобиль тағылмалары, ярымтағылмалар һәм башҡа төрлө продукция етештереү буйынса Рәсәй субъекттары араһында лидер булып тора.

- 2021 йыл йомғаҡтары буйынса республикала сәнәғәт етештереүе индексы 107,5 процент тәшкил итте. 2022 йылдың биш айында - 106,2 процент, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 3,4 процентҡа юғарыраҡ. Сәнәғәт производствоһының дүрт секторы ла ыңғай динамика күрһәтте. Йыл башынан алып 996 миллиард һумлыҡ продукция тейәп оҙаттыҡ, эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарҙыҡ. Иҡтисади эшмәкәрлектең 29 сәнәғәт төрөнән 20-һенең етештереү күләме үҫешен тәьмин итеүе ҡыуандыра: мебель, электр, медицина ҡорамалдары һәм дарыуҙар етештереү, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

2021 йылда төбәктә ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырылған:

“Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 41,7 миллиард һумға каталитик крекинг комплексын төҙөп бөттө һәм файҙаланыуға тапшырҙы. Был ҡоролма йылына бер миллион тоннанан ашыу вакуумлы газойль сығара аласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында Әбйәлил районында Австрия инвесторы Ласселсбергерҙың “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары производствоһы асылды. Завод илебеҙ баҙарының аҡ цементҡа ихтыяжын тулыһынса тиерлек ҡаплаясаҡ. Инвестициялар күләме 5,7 миллиард һум тәшкил иткән, 220 эш урыны булдырылған.

“ОДК – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһындағы етештереү-уҡытыу үҙәге “Ростех” дәүләт корпорацияһының авиация кластеры предприятиелары өсөн төбәк кимәлендәге заманса компетенциялар үҙәген булдырҙы. Проектты тормошҡа ашырыуға 2,5 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән “Солар Системс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында 2019 йылда Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡул ҡуйылған Килешеү пункттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ҡояш электр станцияһы төҙөлә. Проектты тормошҡа ашырғанда инвестицияларҙың дөйөм күләме 2 миллиард 100 миллион һум тәшкил иткән.

“Аркада” сәнәғәт берекмәһе Ишембай районында махсус эш кейеме етештереү буйынса 680,2 миллион һумға торошло заманса автоматлаштырылған тегеү фабрикаһын сафҡа индерҙе.

Урал пружина заводы автоматлаштырылған сериялы рессор етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырған. Инвестициялар күләме 500 миллион һум тәшкил иткән.

“Заманса битум материалдары” производство берекмәһе 475 миллион һумға нефть юл битумын һаҡлау өсөн резервуар паркын төҙөнө. Проектты тормошҡа ашырыу төҙөлөш-ремонт эштәре осоронда битумға хаҡтарҙың кинәт үҙгәреүенә юл ҡуймаҫҡа, шулай уҡ республиканың юл предприятиеларын төҙөлөш-ремонт эштәре осоронда килгән заявкалар буйынса тулы күләмдә продукция менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Салауат катализаторҙар заводы 450 миллион һумға онтаҡ силикагелдәр етештереү буйынса яңы ҡулайламаны төҙөп бөттө.

“ЗУР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте конкурентлыҡҡа һәләтле яҡтылыҡ-диод продукцияһы етештерә башланы һәм 300,0 миллион һумға яңы юғары технологиялы сәнәғәт предприятиеһы булдырҙы.

“Фармстандарт-ӨфөВИТА” асыҡ акционерҙар йәмғиәте “Спутник”, “Спутник Лайт” вакциналарын сығарыу маҡсатында производство участкаһын яңыртты. Инвестициялар күләме яҡынса 250 миллион һум тәшкил итте.

Белорет металлургия комбинаты 2021 йылдың июнендә инвестиция проекты сиктәрендә һатып алынған, хаҡы 220 миллион һумлыҡ дүрт станды сафҡа индерҙе.

Өфө трамвай-троллейбус заводында троллейбустар етештереү тергеҙелде. Завод Чебоксар һәм Новочебоксар ҡалалары заказы буйынса 68 троллейбус сығарған.

“ОДК - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” эшләп сығарған АЛ-41СТ газ турбиналы двигателе нигеҙендә яңы газ ҡыуыу агрегаттарын ғәмәлгә индереү ойошторолған.

Газ тултырыу компрессор станцияһының дөйөм иҫәбе буйынса Башҡортостан илдә беренсе урынды биләй. Төбәктә 41 заправкалау станцияһы эшләй.

2022 йылдың апрелендә Башҡортостанда Рәсәйҙә тәүге мебель кластеры булдырылды. Уға 12 ҡатнашыусы инде. Кластер сәнәғәт кластерҙарының федераль реестрына индерелгән, был сәнәғәт өлкәһендәге эшмәкәрлекте дәртләндереү саралары менән файҙаланырға мөмкинлек бирә. Кластерҙар булдырыу буйынса эш дауам итә. Авиация, машиналар эшләү, сәнәғәт һәм агросәнәғәт кластерҙары, шулай уҡ станоктар эшләү һәм пилотһыҙ авиация кластерҙары булдырыу йәһәтенән эштәр дауам итә. Авиация кластеры буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тамамлана.

Республикала 12 индустриаль һәм 18 сәнәғәт паркы теркәлгән. Ғәмәлдәге индустриаль парктарҙа һәм технопарктарҙа 30 меңдән ашыу эш урыны булдырылған, уларҙа 168 резидент эшмәкәрлек алып бара. Парктар уртаса 90 процентҡа тулған. 2021 йылда “Нижегородка” индустриаль паркы, “Агротехнологиялар үҙәге” агропаркы һәм “Өфө” индустриаль паркында 20 мең квадрат метрлыҡ яңы етештереү комплексы эшләй башланы.

Башҡортостанда льготалы һалым һалыуҙы күҙ уңында тотҡан махсус инвестиция килешеүе механизмы индерелде. Республикала килемгә һалымдың республика өлөшөн кәметеү (17 процент) һәм ойошмалар милкенә һалымдан азат итеү (2,2-нән алып 0 процентҡа тиклем) тәҡдим ителә.

Сәнәғәтте үҫтереү дәүләт программалары араһында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы уҙғарған конкурс һөҙөмтәләре буйынса 2022 йылдың ғинуарында Башҡортостан Республикаһына предприятиеларға ярҙам итеү өсөн федераль бюджеттан 43,8 миллион һум бүлеү күҙаллана. 2021 йылда Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды Сәнәғәтте үҫтереү федераль фонды рейтингында 5-се урынды алды.  

Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Республикабыҙ – алдынғылар рәтендә
Республикабыҙ – алдынғылар рәтендә
Автор:
Читайте нас: