Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль 2022, 11:19

Президент шатлыҡлы указға ҡул ҡуйҙы

#ВладимирПутин  

Президент шатлыҡлы указға ҡул ҡуйҙы
Президент шатлыҡлы указға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путиндың указына ярашлы, Башҡортостандың бер төркөм хеҙмәт алдынғыһы юғары награда алды.

Лайыҡлылар араһында - Башҡортостандың тренерҙары һәм спорт мәктәптәре уҡытыусылары. Улар XXXII Олимпиадаға һәм XVI Йәйге Паралимпияға спортсылар әҙерләү өсөн наградланды.

Халыҡтар дуҫлығы ордены менән Ольга Байраҡова (31-се спорт мәктәбе, Өфө), Фәнил Кирәев ("Салауатинвест" йәмғиәте тренеры), Гүзәл Тверякова, Сергей Трухачев, Хәлил Шаммасов (БР Паралимпия резервы спорт адаптив мәктәбе тренерҙары) бүләкләнде.

"Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" беренсе дәрәжә миҙалына - Лира Грушина (Өфөнөң фехтование буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе директоры), Игорь Шулепов ("Урал" профессиональ волейбол клубының баш тренеры), икенсе дәрәжәһенә Фәрит Арыҫланов (Өфөнөң фехтование буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры), Борис Афанасьев (Өфөнөң 21-се спорт олимпия мәктәбе тренеры), Александр Живаев (Стәрлетамаҡтың 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры) лайыҡ булды.

Автор:Алһыу Ишемғолова
 
Президент шатлыҡлы указға ҡул ҡуйҙы
Президент шатлыҡлы указға ҡул ҡуйҙы
Автор:
Читайте нас: