Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2022, 11:23

Яңы ҡағиҙәләр билдәләнде

Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин халыҡтың йәшәү сифатына көслө кире йоғонто яһаған, йыйылған тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерелгән объекттарҙы бөтөрөү буйынса төбәктәргә субсидиялар биреү ҡағиҙәләрен раҫлаусы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Яңы ҡағиҙәләр билдәләнде
Яңы ҡағиҙәләр билдәләнде

Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин халыҡтың йәшәү сифатына көслө кире йоғонто яһаған, йыйылған тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерелгән объекттарҙы бөтөрөү буйынса төбәктәргә субсидиялар биреү ҡағиҙәләрен раҫлаусы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт ярҙамы «Генераль йыйыштырыу» федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

«Генераль йыйыштырыу» проекты ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Экология» милли проектының (Национальный проект «Экология») «Таҙа ил» федераль проекты менән берлектә иң хәүефле экологик объекттарҙы бөтөрөү менән бәйле проблемаларҙы системалы хәл итә. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла һәм халыҡтың һаулығына зыян килтереү хәүефен иҫәпкә алып, ошондай объекттарға тулыһынса инвентаризация үткәреүҙе күҙ уңында тота.

Субсидиялар биреү һәм бүлеү ҡағиҙәләре  бындай объекттарҙы бөтөрөү буйынса тәбиғәтте һаҡлау проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Рәсәй төбәктәренә дәүләт ярҙамының маҡсаттарын, тәртибен һәм шарттарын билдәләй. Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы планлаштырылған эштәргә төрлө яҡлап анализ үткәрергә мөмкинлек биргән ғаризалар нигеҙендә проекттарҙы  һайлап ала.

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ecology.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-07-03/t-terbashta-modulle-fap-2861620
Яңы ҡағиҙәләр билдәләнде
Яңы ҡағиҙәләр билдәләнде
Автор:
Читайте нас: