Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2022, 09:00

Абруйлы һәм талапсан етәксе

Илдар Хәбиб улы Салауат Юлаев орденын лайыҡлы йөрөтә

Абруйлы һәм талапсан етәксе
Абруйлы һәм талапсан етәксе

Илдар Хәбиб улы Әсләмов Байҡы-Юныс ауылында тыуып-үҫкән. Уның бар яҙмышы тыуған яғы, атайсалы менән бәйле. Күп йылдар инде ул “Башкиравтодор” ойошмаһына етәкселек итә, район Советы рәйесе лә.
Илдар Хәбиб улы хеҙмәт юлын 1979 йылда алыҫ Ростов өлкәһендә слесарь булып башлай. Төрлө төбәктәрҙә техник һөнәрен нығыта. Әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡандан һуң, ул Ҡариҙелдә тороп ҡала. Уны ВЛКСМ-дың район комитеты ойоштороу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай Илдар Хәбиб улы өс йыллап район йәштәре менән эшләй. Артабан электр селтәрҙәренә эшкә күсә. Бында ул ябай мастерҙан начальникка тиклем үҫеш баҫҡысын үтә. Һәм инде 2000 йылдан алып Илдар Хәбиб улы “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ҡариҙел Юл төҙөү-ремонтлау идаралығының алыштырғыһыҙ етәксеһе. Төп эшенән тыш, ул 2008 йылдан алып район Советы рәйесе лә.
Илдар Хәбиб улының бер урында оҙаҡ йылдар эшләүе уның һөнәри таҫыллығы, яҡташтары, хеҙмәттәштәре араһындағы ныҡлы абруйы хаҡында һөйләй. Уны талапсан етәксе, көслө рухлы кеше, тиҙәр. Бер үк ваҡытта Илдар Хәбиб улының кешелеклелеге, мәрхәмәтлелеге, ярҙамсыллығы бер кемгә лә сер түгел. Был сифаттар уны биҙәй генә һәм хеҙмәттәштәренең хөрмәтен дә шуға күптән яулап өлгөргән. Етәксе булараҡ, ул тиҙ арала юл хужалығына бәйле мәсьәләләрҙе ҡулынан килгән тиклем хәл итә, быға бар көсөн һала. Район күләмендә лә етди хәл-ваҡиғаларҙа Илдар Хәбиб улының һүҙе үтемле, уның рәйеслек эшмәкәрлегендә лә хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Әлбиттә, Илдар Хәбиб улының илһөйәрлеге иң беренсе урында тора. Тыуған ерем, ауылым, райондаштарым, тип һәр саҡ йән ата. Дәүләт наградаларына күҙ һалғанда, иң элек “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исеме күҙгә ташлана. Ә бына 2021 йылдың авгусында Илдар Хәбиб улы республикабыҙҙың Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Бай тәжрибәле етәксе өсөн был бик ҡәҙерле орден. Әңгәмә барышында ул ихлас йылмайып: "Уны бит лайыҡлылар ғына йөрөтә," — ти. Ә ул быға, ысынлап та, лайыҡ. Өҫтәл өҫтөндәге “Атайсал” проекты буйынса тапшырылған грамотаһына ла лайыҡ ул! Нәҡ ошо проект сиктәрендә Илдар Әсләмов райондың 18 белем усағына, Балалар спорт мәктәбенә һәм Балалар ижады үҙәгенә “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен яҙҙырып бүләк итте! Бының өсөн беҙ бик ҡыуандыҡ һәм гәзит биттәре аша киң күңелле, үҫеп килгән быуындың киләсәген ҡайғыртҡан етәксебеҙгә оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Абруйлы һәм талапсан етәксе
Абруйлы һәм талапсан етәксе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: