Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июль 2022, 09:33

Радий Хәбиров Өфөгә саҡырҙы

“Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумын Өфөлә лайыҡлы кимәлдә уҙғарырбыҙ”, - тине Башҡортостан Башлығы.  

Радий Хәбиров Өфөгә саҡырҙы
Радий Хәбиров Өфөгә саҡырҙы

Бөгөн Беларусь Республикаһының Гродно ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең IX форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Ул “Союз дәүләтенең интеграция процесын тәрәнәйтеүҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлек роле” темаһына арналды. Ултырышты Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Советы рәйесе Наталья Кочанова уҙғарҙы.

Форумда ҡатнашыусыларға видеотәбрикләү менән ике дәүләттең етәкселәре мөрәжәғәт итте. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сығышында 25 июндә Рәсәй һәм Беларусь араһында дипломатик бәйләнеш булдырыуға 30 йыл тулыуын билдәләне.

- Рәсәй һәм Белоруссия ныҡлы дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам йолаһын һаҡлап ҡына ҡалмай, үҫтерә лә. Беҙ стратегик партнерлыҡ һәм союзлыҡтың өлгөлө кимәленә етә алдыҡ. Ә Союз дәүләте үҙ-ара отошло һәм тиң хоҡуҡлы интеграция өлгөһө булып тора, – тине Вдадимир Путин. – Рәсәй һәм Белоруссия сәйәсәттә, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни-гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе дауам итә. Был үҙ-ара ихтирам, ярҙам һәм бер-береңдең мәнфәғәте нигеҙендә эшләнә.

Рәсәй Президенты ике дәүләт мөнәсәбәтен үҫтереүҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлектең мөһимлеген билдәләп үтте.

Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко ла сығышында заманса макроиҡтисади шарттарҙа форумдың әһәмиәтле ролен атаны.

- Быйыл Рәсәй төбәктәре етәкселәре менән бәйләнеш күпкә әүҙемләште. Был бәйләнештәр географияһы ла киңәйә бара. Ҡайһы бер губернаторҙар Белоруссияла бер нисә тапҡыр булды. Беҙҙә көнбайыш компаниялары тарафынан ташланған ҙур баҙар мөмкинлектәре барлыҡҡа килде. Былар беҙҙең эш урындары һәм миллионлаған белорустарға һәм рәсәйҙәргә килем буласаҡ, - тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумының Өфөлә үткәреү теләген әйтеп, барыһын да республикабыҙҙың баш ҡалаһына саҡырҙы.

Гродно ҡалаһында уҙғарылған форум тураһында Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

- Былтыр беҙҙең делегация Минск ҡалаһында булғандан һуң, эшсе төркөмөн булдырҙыҡ һәм Беларусь менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Башҡортостанда Белоруссияның ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын етештереү буйынса ла ҙур пландар бар. Беҙҙең партнерҙар – Минск трактор һәм мотор заводтары, «Гомсель-маш», «Бобруйск-агромаш» һәм башҡа компаниялар. Белоруссияның “Амкодор”ы тиҙҙән “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә иген таҙартыу-киптереү комплексы производствоһын асасаҡ.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-07-01/radiy-h-birov-f-g-sa-yr-y-2860945
Радий Хәбиров Өфөгә саҡырҙы
Радий Хәбиров Өфөгә саҡырҙы
Автор:
Читайте нас: