Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июнь 2022, 15:03

Яңыртылған 100 һумлыҡ ҡағыҙ аҡса күрһәтелде

Бөгөн Рәсәй Үҙәк банкы ҡулланылышҡа яңыртылған 100 һумлыҡ ҡағыҙ купюра индерелде тип хәбәр итте.

Яңыртылған 100 һумлыҡ ҡағыҙ аҡса күрһәтелде
Яңыртылған 100 һумлыҡ ҡағыҙ аҡса күрһәтелде

Банкнотала 200 һумлыҡ аҡсаныҡы кеүек көсәйтелгән һаҡлау комплексы ҡулланылған. Уға Мәскәү һәм Үҙәк федераль округ күренештәре төшөрөлгән. Төп һүрәттә Мәскәү Кремленең Спасская башняһын, "Зарядье" паркын, артында Совет һалдатына Ржев мемориалын күрергә мөмкин.  

Банкнотала QR коды бар, уға телефонды төбәгәндә аҡсаның ялғанмы-түгелме икәнен белергә Рәсәй банкы сайтына үтеп буласаҡ.

Яңы аҡса элеккеләре менән бер рәттән ҡулланылышта буласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Яңыртылған 100 һумлыҡ ҡағыҙ аҡса күрһәтелде
Яңыртылған 100 һумлыҡ ҡағыҙ аҡса күрһәтелде
Автор:
Читайте нас: