Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июнь 2022, 09:13

Бәрәңге уңһын өсөн ни эшләргә?

Асҡын районы үҙәгендә йәшәүсе Ғәлиәхмәтовтарҙан бик шәп кәңәш

Бәрәңге уңһын өсөн ни эшләргә?
Бәрәңге уңһын өсөн ни эшләргә?

Барлығы был уңған ғаиләнең баҡсаһында һигеҙ сорт бәрәңге үҫә: 75, 90, 120 көндә өлгөргәндәре бар. Төрлөһөн төрлө ваҡытта, һуңғыларын  3 майҙа сәскәндәр.

Иң беренсе ултыртылған бәрәңгеләр өлгөргән. Уларҙы йәйен ашау маҡсатында махсус рәүештә тиҙ өлгөрә торған сорттарҙы һайлағандар. Бәрәңге эре булһын өсөн үҙҙәренең алымдары  менән бүлеште баҡса оҫталары:

  • Бәрәңге сәскәләнә башлау менән сәскәһен өҙөп торабыҙ. Шул ваҡытта туйындырыу көсө сәскәгә түгел, ә бүлбеләренә китә, бәрәңге эре була, - тине улар.

Зөлфиә менән Салауат Ғәлиәхмәтовтар баҡсаһында бер генә метр буш ятҡан ерҙе лә күрмәҫһен. Йәшелсә-емеш,  ҡыуаҡтарҙың төрлөһө урын алған. Помидорҙары ла ҡыҙарып бешә башлаған. Ҡарағаттарының емештәре хатта сейә ҙурлыҡ була.

Баҡса үҫтереүҙәге башҡа серҙәре тураһында тулыраҡ Башҡортостан гәзите биттәрендә уҡырһығыҙ.

Автор фотолары.

              Автор:Резеда Шәнгәрәева https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2022-06-30/b-r-ge-u-yn-s-n-ni-eshl-rg-2858413

Бәрәңге уңһын өсөн ни эшләргә?
Бәрәңге уңһын өсөн ни эшләргә?
Автор:
Читайте нас: