Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
10 Июнь 2022, 11:32

Туңдырма яратаһығыҙмы?

Бөгөн Бөтә донъя туңдырма көнө билдәләнә.

Туңдырма яратағыҙмы?Туңдырма яратағыҙмы?
Туңдырма яратағыҙмы?

Нәҡ 1786 йылдың 10 июнендә Америка Ҡушма Штаттарында туңдырмаларҙы киң массаға һатыуға сығаралар. Унан инде 1987 йылда Бен Коэн и Джерри Гринфилд исемле дуҫтар туңдырма эшләп һатыу өсөн махсус курс уҡыйҙар, уны тамамлағандан һуң был икәү туңдырма-кафе асып ебәрәләр. Улар был тәмлекәсте һатып, тиҙ генә байырға һәм йөк машинаһы алырға уйлайҙар. Быларҙың кафеһы бик тиҙ арала популярлыҡ яулай һәм үҙ илдәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылыу ала. Шуға ла 1989 йылда эшҡыуарҙар үҙҙәренең бизнесының үҫеше мәлендә, 10 июндә халыҡты бушлай туңдырма менән һыйлай. Был күренеш башта бөтә илдә, аҙаҡ бөтә донъяға тарала.


Бына шулай туңдырмалар американдарҙан килә тиһәк тә, уларҙың тарихы тағы ла төпкөлөрәк Боронғо Ҡытайға барып тоташа. Ҡытайҙар бынан бер-нисә быуат элек боҙ киҫәктәренә төрлө еләк-емеш ҡушып, йәйге селләләрҙе үткәрер булған, унан инде һөттө ҡулланып, бына шундай тәмлекәс уйлап тапҡандар ҙа инде.


Әлеге һауа торошона ҡарағанда, туңдырмалар бөгөн урынһыҙ һымаҡ. Шулай ҙа балаларҙың ғына түгел, ҙурҙарҙың да был тәмлекәстәрҙе нисек яратҡаны бер кемгә лә сер түгел. Күптәр уны өйҙәрендә үҙҙәре яһарға оҫтарып алды.
Әйткәндәй, 80-се йылдар уртаһында Ҡариҙел районынан ирле-ҡатынлы Өфөгә юллана. Ир кеше ҡатынына туңдырма алып бирә. Беренсе ҡабат ят әйберҙе күреп, ҡатын өндәшмәй генә кеҫәһенә һалып ҡуя. Аҙаҡ ҡулын кеҫәһенә тығып ҡарарға булғас, ундағы хәлдән аптырап, “ни эшләттең инде?”, тип ирен битәрләй. Хәҙерге заманда иһә туңдырмаларҙың төрҙәре иҫ китерлек, шул уҡ ваҡытта уны татып ҡарамаған кеше лә юҡтыр инде.

Гөлнара Солтанова.

Туңдырма яратағыҙмы?
Туңдырма яратағыҙмы?
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас