

Урамда - болотло һәм ямғырлы булһа, район Мәҙәниәт һарайында яҡты, сағыу һәм йылы ине.Сөнки барыһы ла реабилитация үҙәктәре - Нефтекама ҡалаһының мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика йәмәғәт үҙәге филиалдары хеҙмәткәрҙәре фестиваленә сағыу ут, йылылыҡ һәм изгелек, шәфҡәтлелек менән һуғарылған 150 йөрәк йыйылды!
Сараның тантаналы өлөшөндә социаль өлкә хеҙмәткәрҙәрен район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Марат улы Арыҫланов, "Башнефть"акционерлык нефть компанияһы вице-президенты Виктор Викторович Мишняков һәм Нефтекама ҡалаһындағы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм йәш үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге директоры Зилә Мөхәмәтнур ҡыҙы Гәрәева байрам менән ҡотлап, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан фестивалдең мәҙәни-спорт өлөшө башланып китте. Барыһы 6 команда ҡатнашты. Ярыш бик сәмле барҙы, һәр кем еңергә, беренселекте арырға тырышты. Фестивалдең һөҙөмтәһе буйынса 1-се урын административ хужалыҡ бүлеге, 2-се урын Балтас, 3-сө урын Ҡалтасы район командаһы яуланы.
Гөлназ Ғәлләмова.