Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Июнь 2022, 05:04

Владимир Путин биш йыл эсендә юлдарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты.

Ул, юлды ҡайһы бер ҡалаларҙа һәм агломерацияларҙа ғына түгел, бөтә ерҙә лә норматив хәлгә килтерергә кәрәк, тип белдерҙе. #ВладимирПутин

Владимир Путин биш йыл эсендә юлдарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты.Владимир Путин биш йыл эсендә юлдарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты.
Владимир Путин биш йыл эсендә юлдарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин юл төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә биш йыл дауамында илдең бөтә терәк селтәренең 85 процентын норматив хәлгә килтереүҙе талап итте. "Юл төҙөлөшө динамикаһына, илдең бөтә территорияһын тигеҙ үҫтереү мәсьәләләрен иҫәпкә алып, беҙ амбициялы бурыс ҡуйырға тейешбеҙ", - тине ил башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, ҡалаларҙа һәм агломерацияларҙа ғына түгел, ә бөтә ерҙә лә мөмкинлектәрҙе һәм ресурстарҙы йәлеп итергә кәрәк. "Ҡабатлайым, беҙҙә юлдарҙы төҙөү юғары кимәлдә булырға тейеш, бөтә экологик нормаларҙы үтәп, юл ҡатламының сифатын тикшереп, заманса талаптарҙы үтәгәндән һуң ғына ошо эшкә тотонорға кәрәк", - тип өҫтәне ул.

Вице-премьер Марат Хөснуллин һүҙҙәренсә, биш йыллыҡ юл программаһын финанслау күләме яҡынса 13,2 триллион һум тәшкил итәсәк.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Владимир Путин биш йыл эсендә юлдарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты.
Владимир Путин биш йыл эсендә юлдарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты.
Автор:
Читайте нас