Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Июнь 2022, 09:22

Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың

Был хәҡиҡәтте Ҡариҙел районы аграрийҙары яҡшы белә.

Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһыңҺабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың
Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың

Шуға  ла әлеге ваҡытта яҙғы сәсеү эштәре билдәле бер график буйынса бара, һауа торошо ла тотороҡло ғына, техника ла көйлө эшләй. Район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин сәсеү ваҡытын ныҡлы контролдә тота, үҙенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Нәфис Гәрәев менән әленән-әле баҫыуҙарға юллана, агрофирмалар етәкселәре менән осрашып тора. Техник культураларға минераль ашламалар индереү һәр бер хужалыҡта ойошҡанлы башҡарыла. Иртә һабан культураларын сәсеү тамамланған. Аҙыҡ һәм иген культураларын сәсеү тамамланып килә. Айҙар Әнғәм улы белдереүенсә, 9 июндән баҫыуҙарҙы ҡабул итеү башлана. Шуға ла агросәнәғәтселәр ваҡытты сарыф итмәйенсә, ике сменала тырышып эшләй. “Зуевское” хужалығында 700 гектар ерҙә сәсеү эштәре ҡалған, унда күп йыллыҡ үләндәр сәсеү бурысы тора һәм был эште ике көндә тамамларға ниәт тота.

Әйтергә кәрәк, район аграрийҙары сәсеү осорон ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамларға тырыша, агротехник алымдарҙы ҡулланырға онотмайҙар. Элиталы орлоҡтар 23%-ҡа тиклем етә. Тупраҡты эзбиз менән ҡатыштырып эшкәртеү арҡаһында иген һәм аҙыҡ культураларының уңышы ыңғай динамика бирә.  Ауыл хужалыҡтарында ҡыҫҡа вегетациялы районлаштырылған сорттарға өҫтөнлөк бирә. Сөнки тәбиғәт-климат шарттары беҙҙең төбәктә маҡтанырлыҡ түгел. Ҡарабойҙай баҫыуҙары йылдан-йыл күбәйә килә. Арыш, бойҙай ужымдары ла ҡырҙарҙа йәйелеп ятыуы күңелде күтәрә. Картуф иһә беҙҙең райондың брендлы культураһына әйләнде. 18 июндә уҙасаҡ  район һабантуйында ялан батырҙары эше данланасаҡ, әлегә уларға уңыштар һәм яҡшы һауа торошон теләйек.

Гөлнара Солтанова

Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың
Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас