Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
30 Май 2022, 04:31

Йондоҙнамә

(30 май – 5 июнь) Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна көсөргәнешле башланыр. Эс бошорғос хәлдәр ҙә осрар, кәйефегеҙ ҙә үҙгәреүсән булыр. Шулай ҙа барыһын да тышҡа сығармаҫ өсөн түҙемлегегеҙ етер һымаҡ. Тыныс булыуығыҙ дөйөм хәлде ыңғайға үҙгәртергә ярҙам итер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Көндәр һис тә еңел килергә оҡшамай. Был арала өйҙә лә, эш урынында ла дәғүәләр күбәйер. Үҙ фекерегеҙҙе йыш яҡларға, башҡаларға аң­латырға тура килер. Туғандарығыҙ менән нин­дәйҙер милеккә бәйле мәсьәлә килеп сығыуы бар.  Һәр осраҡта ла эш тәрәнгә китмәҫ кеүек.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Төрлө сәбәп арҡаһында ҡатмарлы хәлдәр күбәйер. Ниңәлер ҡәҙимге, яҡшы таныш булған эш тә ҡайсаҡ эсегеҙҙе бошорор. Тормошоғоҙға ниндәйҙер яңылыҡтар индерергә ваҡыт еткәндер, бәлки. Кесе йомалағы ваҡиға бер аҙ кәйефегеҙҙе күтәрер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Ваҡ-төйәк нәмәләргә иғтибар бирмәҫкә тырышығыҙ. Ҡайһы ваҡыт был һеҙҙең өсөн еңел булмаҫ. Түҙемле булыуығыҙ ғына ҡыйынлыҡтарҙы еңергә ярҙам итер. Башҡалар менән мөнә­сәбәттәрҙе барлап сығырға кәңәш ителә. Ыша­нысһыҙ кешеләр алдында артыҡ асылаһығыҙ кеүек.

Буға ( 21.04 – 21.05)
Һис шикһеҙ, осор уңышлы буласаҡ. Иң ауыр мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итә алырһығыҙ. Кешеләр менән һөйләшә белеүегеҙ бөтөн эшегеҙҙә лә булышлыҡ итер. Аҡсаға ҡарата ғына һаҡ булырға ҡушыла, уны уйлап тотоноғоҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбенән һуң ҡыйынлыҡтарҙың ҡапыл күбәйеп китеүе ихтимал. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе ваҡытында тамамлай алмаҫһығыҙ ҙа һымаҡ. Яҡындарығыҙ менән дә дәғүәләр килеп сығыр, бәлки. Хәлдәр бик тиҙ үҙгәрер, кесе йомала мәшәҡәттәр онотола ла башлар.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Яҡындағы бөтөн үҙгәреш һеҙҙең файҙаға булыр. Бер ниндәй яңылыҡ та ҡурҡытмаҫ. Хатта алдан уйламаған сәфәрҙәр ҙә уңышлы көтөлә. Аҡса йәки милек менән бәйле эшегеҙ бигерәк тә һәйбәт барыр. Шаршамбыла һәм кесе йомала уңайлы мәлгә осрарһығыҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Был арала бер нисә осрашыу булыуы ихтимал. Бәғзеләре оҙайлы һәм өмөтлө аралашыуға килтерер һымаҡ. Кесе йоманың ниндәйҙер икеле ваҡиғалар килтереүе ихтимал. Уларға төшөнөү өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Осор ҡәҙимгесә булмаҫҡа оҡшай. Һәр саҡ яуаплы һәм етди булыу мөһим. Бәғзеләргә тап ошо арала ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә тура килер. Был аҙым менән яҡын киләсәгегеҙ бәйле булыр, моғайын. Һәр хәлдә йондоҙҙар һеҙгә булышлыҡ итер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Ғөмүмән, эштәрегеҙ һәйбәт барырға тейеш. Тик саманы белегеҙ, иңегеҙгә артығын алмаҫҡа тырышығыҙ. Шаршамбыла ышанысһыҙ кешеләр менән аралашырға тура килер, һаҡ булығыҙ. Йомала ишеткән кәңәшкә мөмкин тиклем етдиерәк ҡарағыҙ, уны тәжрибәле кеше әйтер.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Үҙ хәлегеҙгә күберәк иғтибар биреүегеҙ дөрөҫ булыр. Ҡайһы бер эштәрегеҙ бөтөнләй туҡтап тора кеүек. Һуңғы ваҡытта башҡаларға артыҡ күп ярҙам иттегеҙ, шикелле. Үҙегеҙ тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк ине. Аҡса ҡәҙимгенән аҙыраҡ килер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Ҡайсаҡ яҡындағылар менән уртаҡ тел табыу бигүк еңел булмаҫ кеүек. Араларҙы боҙмаҫ өсөн бер аҙ тырышырға тура килер, моғайын. Был арала әүҙемлек күрһәтергә мөмкин. Яҡындарығыҙҙың һәр саҡ ярҙам-терәген тойорһоғоҙ. Үҙегеҙ ҙә башҡаларға булышлыҡ итергә онотмағыҙ.

Автор:
Читайте нас