

Район үҙәгендә йәшәүсе Гөлнара Ғәсимйән ҡыҙы Ҡорбанова Мишкә 2-се урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Үҙенең тырыш хеҙмәте менән хөрмәт яулаған мәғариф хеҙмәткәре ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләне.
Гөлнара ханым 1977 йылдың 18 майында Мишкә районы Камай ауылында Әлфинә һәм Ғәсимйән Вәлиевтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе ҡыҙҙарына гөлдәй наҙлы, һөйкөмлө булһын тип, яратып Гөлнара исемен ҡуша. Бәләкәйҙән тырыш, эшһөйәр, яғымлы булып үҫә. Ҡустыһы Илшат тыуғас, ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһына әйләнә.
Мәктәптә уҡығанда ла уңған ҡыҙ тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, төрлө конкурстарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була. Мәктәпте тамамлағас, Бөрө педагогия институтына уҡырға инә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Йәш белгес хеҙмәт юлын пионервожатый булып башлай. Дәрт-дарманлы, ижади фекерләүсе, һәр ваҡыт бер нисә аҙым алға уйлаусы уҡытыусыны район үҙәгенә эшкә саҡыралар. Гөлнара Ҡорбанова дүрт йыл райондың Балалар һәм үҫмерҙәр туризм үҙәгендә методист вазифаһын башҡара. 2005 йылда Пионерҙар йорто директоры итеп тәғәйенләнә. Гөлнара Ғәсимйән ҡыҙы үҙен оҫта ойошторусы, яҡшы етәксе итеп таныта. Ул етәкселек иткән осорҙа районда балалар өсөн төрлө конкурстар, саралар ойошторола. Республика бәйгеләрендә үҙҙәре лә призлы урындар яулай. Әммә уҡытыусы һөнәре күңеленә яҡыныраҡ була һәм ул 2011 йылда Мишкә 2-се урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Ошо мәлдән башлап балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бар көсөн, тырышлығын һала. Талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны балалар ҙа үҙ итә, дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
Гөлнара Ғәсимйән ҡыҙы — юғары категориялы, тәжрибәле уҡытыусы. Ул балаларҙы уҡырға, яҙырға ғына түгел, ә бер-берең менән дуҫ булырға, сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын табырға һәм үҙ аллылыҡҡа өйрәтә. Төп эшенән тыш директорҙың башланғыс кластар буйынса урынбаҫары вазифаһын уңышлы алып бара.
2005 йылда Мишкә ауылы егете Эльмир Ҡорбанов менән сәстәрен сәскә бәйләй. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы ҡыҙҙары Регина, Диана тыуа. Тормош иптәше — Мишкә күп функциялы үҙәге етәксеһе. Ҡыҙҙары ата-әсәһен ҡыуандырып, мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Улар – мәктәп ғорурлығы. Өйҙә әсәләренә бар эштә лә ярҙам итәләр.
Гөлнара Ҡорбанова — бар эшкә лә оҫта, уңған хужабикә лә. Уның ихатаһы гөл-сәскәгә күмелгән. Күңеле изге, матурлыҡҡа ғашиҡ, өлгөр, эргә-тирәһендәгеләрҙе яратҡан кеше генә сәскәләр үҫтерергә ярата, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Ғаиләһенә генә түгел, туғандарына, дуҫтарына бик иғтибарлы ул. Тынғыһыҙ эшенә ҡарамаҫтан, бар ергә лә өлгөрә. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Алынған уңыштан ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләй, ҡыяр-помидор тоҙлай, компот яба.
Гөлнара Ғәсимйән ҡыҙы үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарауы, кешеләрҙе яратыуы, ярҙамсыл булыуы, эшһөйәрлеге менән хөрмәт ҡаҙана. Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмай, гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе уҡытыусыға артабан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, һаулыҡ теләйбеҙ.
Лилиә Хәсәнова.