

“Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте был сараның ойоштороусыһы булараҡ ҙур ойошманың урындарҙағы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар үткәреүҙе юлға һалған. Был килеп тыуған көнүҙәк мәсьәләләрҙе, эшмәкәрлектә йыш осрап торған проблемаларҙы хәл итергә, киләсәккә перспективалы эштәр планлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Был мәртәбәле сараға район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин килеп, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Айҙар Әнғәм улы үҙенең сығышында энергетиктарҙың көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларҙың тиҙ арала сиселешен ыңғай баһаланы һәм уларға рәхмәттәрен еткерҙе. Кәңәшмәнең төп ҡунағы – Сергей Гурин, ул “Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идаралығының рәйесе, генераль директоры. Айҙар Әнғәм улы уның менән районда электр селтәрҙәренең киңәйтергә кәрәклеге, уның ҡеүәтлелеге тураһында етди әңгәмә алып барҙы. Был осраҡта киләсәктә районда яңы етештереү хужалыҡтары сафҡа индереләсәк һәм, әлбиттә, урындағы халыҡҡа эш урындары булдырыласаҡ.
Гөлнара Солтанова.