

Кемдәрҙең был пособиеға хоҡуғы бар?
Айлыҡ түләүҙәрҙе бөтә ғаилә лә ала алмай, бының өс шарты бар. Уның берәүһе генә үтәлмәгән хәлдә лә һеҙгә кире яуап киләсәк.
*Беренсенән, ғаиләнең һәр бәлиғ булған ағзаһының рәсми килеме булырға тейеш, әммә дөйөм иҫәбе ғаиләлә бер кешегә йәшәү минимумынан түбән булырға тейеш. Йәғни ғаиләнең аҙ тәьмин ителеүселәр исемлегенә инеүе шарт.
Икенсенән, ғаиләгә бер генә йорт, бер генә автомобиль һәм башҡа мөлкәт теркәлгән булырға тейеш. Был “мохтажлыҡ критерийын” билдәләй.
Өсөнсөнән, баланың һәм ата-әсәһенең Рәсәй гражданы булыуы һәм Башҡортостанда даими йәшәүе мотлаҡ.
Күпме аҡса тейеш?
Башҡортостанда һәр балаға билдәләнгән тәүге сумма 53339,5 һумға тиң. Ошо сумманы иҫәпкә алып та ғаиләнең килеме йәшәү минимумына етмәһә, ул 8009,25 һумға тиклем күтәрелә. Был осраҡта ла ғаилә килеме йәшәү минимумына етмәһә, һәр балаға түләү 10679 һум була.
Шуныһы мөһим: өс йәштән ете йәшкә тиклемге түләүҙәргә килгәндә, әгәр ҙә баланың тыуған көнө айҙың уртаһына, йәғни 15-се числоға тура килә икән, тәүге һәм һуңғы айҙа сумманың яртыһы ғына түләнә. Ә 8 – 17 йәшлек балаларға түләүҙәрҙә айлап иҫәпләнә. Унда ҡасан ғариза биреүегеҙгә һәм баланың ниндәй көндә тыуыуына ҡарамаҫтан, һәр айға тулы сумма түләнә. Ике программаның төп айырмаһы шунда ғына.
Апрелдә ғариза биргәйнем. Ни өсөн һаман бер нәмә лә түләнмәй?
Ҡағиҙә буйынса, ғаризаларҙы ҡарау өсөн 30 эш көнө бирелә. Ғәҙәттә, 30 көнгә үк һуҙылмай, алдараҡ әҙер була. Әммә 8 – 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн түләүҙәр яңы булғанлыҡтан, уны 175 ғаилә алырға тейеш, бөтәһен ҡарап бөтөүе еңел түгел. Борсолмағыҙ, үҙегеҙгә тейешле сумманы мотлаҡ аласаҡһығыҙ. Улар айырым иҫәптә ята һәм үҙ ваҡытын көтә.
Шуныһы мөһим: июндә ғариза тапшырһағыҙ ҙа, апрель – май айҙары өсөн дә пособие түләнәсәк. Программала шулай яҙылған. Һуҙып йөрөп, документтарығыҙҙы сентябрҙә тапшырған хәлдә, бер юлы ярты йылға – апрелдән сентябргә тиклем түләнәсәк. Тик баланың йәше генә тура килергә тейеш. Ә инде 2 октябрҙә яҙһағыҙ, тик октябрь өсөн генә аҡса аласаҡһығыҙ.
Ғаилә килеме нисек иҫәпләнә?
Ғаиләнең дөйөм килеме шулай иҫәпләнә: ғариза биргән айҙан алып дүрт ай артҡа һәм һуңынан тағы бер йылға. Мәҫәлән, 2022 йылдың 1 майында ғариза бирһәгеҙ, 2021 йылдың ғинуарынан 2021 йылдың декабренә тиклемге килемегеҙ иҫәпкә алына. Ошо осорҙа ғаиләнең 18 йәштән оло ағзаларының барыһының да легаль килеме булырға тейеш: эш хаҡы, эшҡыуарлыҡтан алынған килем, пенсия йә стипендия.
Был ҡағиҙәнән дә тайпылыш бар:
-Мәшғүллек үҙәгендә тороп, эш эҙләһә (әммә алты айҙан ашыу түгел);
– 3 йәшкә тиклемге бала ҡараһа;
– 80 йәштән оло пенсионерҙы или инвалид кешене ҡараһа;
– 23 йәштән йәш булып, вузда йә колледжда уҡыһа һәм стипендия алмаһа;
– Өс айҙан ашыу өҙлөкһөҙ ауырыһа һәм эшләй алмаһа ;
–Армияла хеҙмәт итһә һәм унан һуң өс ай үткәнсе;
–Холоҡ төҙәтеү урындарында хөкөм ҡарарын үтәһә һәм унан сығып, өс ай үткәнсе;
– Ғариза биргәндә 12 көндән дә кәм булмаған йәки иҫәп осоронда алты айлыҡ һәм унан күберәк йөклөлөк булғанда.
Ғаилә килеме йәшәү минимумы менән сағыштырыла, 2022 йылда ул 11009 һум тәшкил итә. Әйткәндәй, һәр ғаилә ағзаһының килеме һалым түләүен алғанға тиклем иҫәпләнә.
Шуныһы мөһим: быйыл килеп тыуған хәл-ваҡиғаға бәйле, ғаиләнең дөйөм килемен иҫәпләгән ваҡытта быйылғы йылдың 1 мартынан эшһеҙ ҡалып, мәшғүллек үҙәгенә торған кешеләрҙең дә эш хаҡы иҫәпкә алына. Әммә балалар пособиеһы бер йылға түгел, ә ярты йылға ғына иҫәпләнә.
Нимә ул “мохтажлыҡ критерийы”?
Хәҙер пособиены иҫәпләгәндә, ғаиләнең күпме килем алыуына ғына түгел, ә нимәгә эйә булыуына ла ҡарайҙар. Ғаилә рәсми рәүештә эшләмәгән, ҡағыҙҙа ғына аҙ тәьмин ителгән иҫәпләнгән, әммә бик күп фатирға эйә булған, ҡиммәтле машиналарҙа йөрөгән осраҡтар күп осрай.
Пособие алыу өсөн ғариза тапшырған ваҡытҡа ғаиләнең нимәһе булырға мөмкин?
Һайларға кәрәкмәй – һәр графалағы мөлкәткә эйә була алаһығыҙ. Йәғни фатирығыҙ ҙа, йортоғоҙ ҙа, баҡсағыҙ, машинағыҙ, кәмәгеҙ ҙә булыуы мөмкин, тик уларҙың һаны билдәләнгән лимиттан ғына артмаһын.
Шуныһы мөһим: ғаилә социаль ярҙам булараҡ алған торлаҡ иҫәпкә алынмай. Инвалид ҡараусы ғаиләгә ике машина, ике мотоциклға эйә булыу рөхсәт ителә. Әгәр ҙә фатир менән баҡса арестҡа алынған, ә машина эҙләүҙә икән, тимәк, улар пособие иҫәпләгәндә иҫәпкә алынмай.
Ниндәй документтар кәрәк һәм ҡайҙа тапшырырға?
Ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, Күп фунциялы үҙәктең һеҙгә уңайлы бүлегендә, халыҡты социаль яҡлау учреждениеһы филиалында (3 йәштән 7 йәшкә тиклемеге түләүҙәр буйынса ) һәм Пенсия фонды бүләексәһендә (8 йәштән 17 йәшкә тиклемге түләүҙәр буйынса ) тапшырырға мөмкин.
Шуныһы мөһим: документтарҙың берҙәм исемлеге юҡ, барыһы ла айырым хәлгә бәйле. Тәүҙә “ҡыҙыу линия”ға шылтыратып, кәңәшләшергә мөмкин. 3 – 7 йәшлектәр өсөн пособие буйынса +7 (347) 200-80-80, 8 – 17 йәштәгеләр өсөн пособие буйынса – 8-800-600-0000.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.