Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Май 2022, 09:11

Хәләл ризыҡ хаҡында хәҙистәр

Тыйылмаған йәиһә Исламиәттә рөхсәт ителгән ризыҡтар хәләл һанала. Был йәһәттән бәйғәмбәребеҙ түбәндәгеләрҙе бойорҙо.

Бер кеше һис хәрәм ҡатнаштырмайынса ҡырҡ көн хәләл ризыҡ ашаһа, Аллаһы Тәғәлә уның күңелен нур менән тултырыр. Йөрәгенән йылғалар кеүек хикмәт, файҙалы ғилем ағыҙыр, күңеленә донъяға мөхәббәт килтерер.

Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итеү бер хазинаға оҡшар. Был хазинаның асҡысы – доға, асҡыстың тештәре иһә хәләл ризыҡтыр.

 Һәр көн хәләл байлыҡ менән алыш-биреш итеү төндәрҙе – ғибәҙәт, көндәрҙе ураҙа менән үткәреүҙән хәйерлелер.

Хәләл булмаған ризыҡ ашаған кешелә Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итеү көсө лә булмаҫ, хәләл ризыҡ ашаған кешелә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында тәкәберлек  хисе булмаҫ.

 Хәләл булмаған ризыҡ ашағандарҙың ете ағзаһы, теләһә-теләмәһә лә, гонаһ эшләр. Хәләл ризыҡ ашағандарҙың һәр ағзаһы ғибәҙәт итер. Ундай кешегә изге эштәр эшләү рәхәтлек  һәм ләззәт бирер.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Автор:
Читайте нас