

Тантанала район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, Балтас һәм Тәтешле райондары хәрби комиссариаты бүлеге начальнигы Ансар Фазылкарам улы Арыҫланов һәм район ветерандар советы рәйесе Ғәли Карам улы Сәрүәретдинов ҡатнашты.
Шулай уҡ “Йәш армия” штабы начальнигы Эдуард Рәфит улы Хәбибрахманов һәм призывниктар исеменән Илһам Хәйруллин сығыш яһаны. Ата-әсәләр исеменән Әлфиә Рамазанова ил һаҡсыларына изге теләктәрен, балаларҙың иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләне.
Артабан Шауъяҙы ауыл мәктәбенең өлкән класс уҡыусыларын "Йәш армия" Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәте сафына ҡабул итеү тантанаһы уҙҙы.
Дәрәжәле ҡунаҡтар малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы Тыуған илебеҙҙең тоғро граждандары булырға өндәне. "Йәш армия" хәрәкәте сафына баҫҡан балалар үҙҙәре лә илебеҙҙең лайыҡлы кешеһе булырға, кеселәрҙе яҡларға, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға ант итте.
Сара район Мәҙәниәт һарайы һәүәҫкәр артистары тарафынан әҙерләнгән концерт менән тамамланды.
Гөлназ Ғәлләмова.