Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Май , 11:56

Уҡытыусы, директор, етәксе, депутат

Ошондай үҫеш баҫҡысын үтә район мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Нәжметдинова  

Уҡытыусы, директор, етәксе, депутат
Уҡытыусы, директор, етәксе, депутат

Зилә Камил ҡыҙы хеҙмәт юлын Балмазы мәктәбендә ябай уҡытыусы булып башлай. Бөгөн ул тотош райондың мәғариф системаһын етәкләй. Район Советы депутаты булараҡ та ҙур тырышлыҡ һала. Күптәрҙең остазына әйләнгән Зилә Камил ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исемен лайыҡлы йөрөтә, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Ҡариҙел районында “Мәғариф” милли проекты ғәмәлгә нисек ашырыла? “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәренең IV Республика форумында ҡариҙелдәр ниндәй уңышҡа өлгәште? Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

— Зилә Камил ҡыҙы, һеҙҙе яҡташтарығыҙ районда билдәле уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе булараҡ белә.
— Эйе, атайым Камил Карам улы Карамов та, әсәйем Мәсниә Нурлыҡай ҡыҙы ла педагогик хеҙмәт ветерандары. Мин уларҙың һөнәрен һайлауыма сикһеҙ ғорурланам. Атайым Тигермән мәктәбе директоры булды, әсәйем тарих дәрестәрен алып барҙы, интернатта тәрбиәсе булып эшләне. Үҙем химия-биология уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлымды башланым.
— Зилә Камил ҡыҙы, “Мәғариф” милли проекты беҙҙең районда нисек тормошҡа ашырыла?
— “Мәғариф” милли проекты составында “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Балалы ғаиләләрҙе яҡлау”, “Һанлы белем биреү мөхите” һәм башҡа төбәк проекттары бар. “Заманса мәктәп” төбәк проекты сиктәрендә беҙҙең белем биреү ойошмаларында байтаҡ эштәр башҡарылды – мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыу алғы планға ҡуйылды. 2019 йылда Ҡариҙел ауылының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм заманса мәғариф үҙәктәре асылды. 2021 йылда иһә бындай үҙәктәр тағы ла Байҡыбаш, Байҡы, Әртәкүл, Урғыш урта мәктәптәрендә эшләй башланы. “Үҫеш нөктә”ләрен тәьмин итеү федераль һәм урындағы ҡаҙна иҫәбенә тормошҡа ашырыла һәм үҙ эсенә класс бүлмәләрен йыһазландырыу, өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороуҙы ала. Уҡыусылар, һәләтенә ҡарап, төрлө профилле түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Быйыл был проектты Хәлил, Магинск, Ҡараяр урта, Яугилде төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә ғәмәлгә ашырыу ҡаралған.
— Милли проект буйынса йәш спортсыларыбыҙ өсөн дә яңы мөмкинлектәр асыла.
— Эйе. “Һәр баланың уңышы” төбәк проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәләре лә беҙҙе ҡыуандыра. 2019 йылда Хәлил урта мәктәбендә спорт залы ремонтланды. 2020 йылда Ҡариҙел ауылының 2-се урта мәктәбенең спорт залында тәҙрәләр алмаштырылды. 2021 йылда бындай эштәр Ҡараяр урта мәктәбендә лә башҡарылды. Спорт залдарын ремонтлау менән бергә уларҙың матди-техник базаһы ла шаҡтай нығытылды. Тимәк, йәш спортсыларыбыҙға физкультура менән шөғөлләнер өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылды. Быйыл Яугилде төп дөйөм белем биреү мәктәбендә лә спорт залында ремонт эштәре тамамланды, иҙәндәр һәм электр сымдары алмаштырылды.
— “Һанлы белем биреү мөхите” проекты буйынса ниҙәр әйтерһегеҙ?
— Был йүнәлештә иң элек белем биреү учреждениеларын юғары тиҙлектәге Интернет селтәренә тоташтырыу менән бер рәттән уларҙың мәғлүмәт-телекоммуникацион инфраструктураларын матди-техник яҡтан нығытыу беҙҙең мәғариф өлкәһе өсөн ҡыуаныслы күренеш. Мәҫәлән, 2019 йылда бындай эштәр — Байҡыбаш, 2020 йылда — Магинск, 2021 йылда Урғыш һәм Ҡараяр мәктәптәрендә атҡарылды. Быйыл был проект буйынса Ҡариҙел ауылының 1-се һәм 2-се мәктәптәре лә яңырыш кисерә. Был мәктәптәрҙең педагогтары һанлы белем биреү буйынса яңы платформаларға тоташыу мөмкинлегенә эйә була. Ошо юҫыҡта төрлө мәғлүмәт системалары, һанлы сервистар, белем биреү ресурстары менән файҙаланып була.
— Зилә Камил ҡыҙы, “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәренең IV Республика форумында ҡатнашыуығыҙ хаҡында ла әйтеп үтегеҙсе.
— Был сара Стәрлебаш районында үтте. Унда республика төбәктәренән 300-ҙән ашыу педагог ҡатнашты. Беҙҙең делегация составында минең урынбаҫарым, “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәгенең муниципаль координаторы Наталья Александровна Столярова, Байҡы урта мәктәбе директоры Елена Николаевна Пастухова ҡатнашты. Форумда БР-ҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығынан, республикабыҙҙың барлыҡ юғары уҡыу йорттары етәкселәре һәм вәкилдәре сығыш яһаны. Пленар ултырыштан һуң бик күп секциялар эшләне. Уларҙың һәр береһендә юғары кимәлдәге педагогик технологияларҙы ҡулланып, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Ғөмүмән, бында беҙ бай тәжрибә тупланыҡ. Районда “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен яҡшы ойошторған өсөн форум аҙағында Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау хаты менән бүләкләндек.
— Зилә Камил ҡыҙы, район Советы ултырышында һеҙҙең мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлегегеҙ лайыҡлы баһаланды.
— Урта белем биреү мәктәптәрендә матди-техник базаны яңыртыу, ауыл ерҙәрендә яңы мәктәптәрҙе сафҡа индереү, бөтә төбәктәрҙә һанлы белем биреү моделен индереү, һәләтле балаларҙы асыу, күтәреү һәм үҫтереү өсөн “Мәғариф” милли проекты киң ҡанаттар ҡуя. Ошо йәһәттән уңыштарыбыҙ үрҙә әйтелеп үтелде. Миңә «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы” Ассоциацияһының Маҡтау грамотаһын район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин тапшырҙы. Был награда Урындағы үҙидара көнө уңайынан район Советы депутаты булараҡ бирелде.
— Депутатлыҡ корпусында һеҙ ниндәй роль үтәйһегеҙ?
— Мин Байҡыбаш ауыл Советы округы буйынса район Советы депутатымын. Был биләмәгә Байҡыбаш, Байҡы-Юныс, Асҡыш, Әмин, Базилевка ауылдары ҡарай. Социаль өлкәлә килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә тырышабыҙ. Бигерәк тә бында мәғариф өлкәһендә шаҡтай үҙгәрештәр булды. Байҡыбаш ауылында балалар баҡсаһы төҙөкләндерелде, урта мәктәптәге уңыштар тураһында үрҙә әйтеп үттек. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә лә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ.
— Оҙаҡламай мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау байрамы уҙасаҡ. Быйыл нисә сығарылыш уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңлаясаҡ?
— Быйылғы уҡыу йылын районда 9-сы класты барлығы — 239, ә 11-се класты 89 уҡыусы тамамлай.
— Зилә Камил ҡыҙы, барлыҡ уңыштарығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә 2021-2022 уҡыу йылын уңышлы һәм емешле тамамлауығыҙҙы теләйбеҙ.

 

Гөлнара Солтанова.

Уҡытыусы, директор, етәксе, депутат
Уҡытыусы, директор, етәксе, депутат
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас в