Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
12 Май 2022, 05:02

Батырҙар исеме — мәңгелек

Яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асылды

Батырҙар исеме — мәңгелекБатырҙар исеме — мәңгелек
Батырҙар исеме — мәңгелек

Баҡалы ауылы үткәндәргә һаҡсыл ҡарашта. Ошо көндәрҙә бирелә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың, Еңеү менән ҡайтып, тән һәм йән яралары һыҙлауын хеҙмәт менән еңеп ауылды күтәргән, лайыҡлы ғүмер кисереп бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштар иҫтәлеген мәңгеләштереп, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” сиктәрендә обелиск асылды.
Бөйөк Ватан һуғышына 145 ир-егетен оҙата Баҡалы ауылы. Шуларҙың 72-һе Еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, 73-ө мәңгелеккә яу ҡырҙарында ятып ҡала. Кәшкәләү ауыл биләмәһе башлығы Дамир Әхмәтов белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа биләмәгә ҡараған һигеҙ ауылдың бишеһендә ошондай обелиск, таҡтаташтар асылған.
Тантанала район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, ошо ауылда тыуып-үҫеп ситтә йәшәгәндәр ҡатнашты. Ҡунаҡтар үткәндәрҙе онотмай йәш быуынға еткереү өҫтөндә эшләгән баҡалыларҙың тырышлығын баһаланы, изге эште башлап йөрөүсе Флүн Биктиев, Илнур Ғилметдинов, шулай уҡ Иҙрис Лотфуллин, Хәмитйән Ғилуанов һәм башҡаларҙың хеҙмәтен билдәләп үтте һәм рәхмәт белдерҙе. Сығыш яһаусылар иҫтәлекле урынды киләсәктә бергәләп тәрбиәләп торорға саҡырҙы.
Сара Кәшкәләү ауыл мәҙәниәт йортоноң “Шатлыҡ” йыр ансамбле, Йынан Исламова һәм Флүн Биктиевтың һуғыш темаһына бағышланған йырҙары менән үрелеп барҙы. Ә мәктәп уҡыусыларының “Синий платочек” бейеүе байрамға айырыуса йәм өҫтәне. Концерт программаһын Сәүихана Солтанова күңелдәргә үтеп инерлек һүҙҙәр менән оҫта итеп алып барҙы.
Был һәйкәл асыу ғына түгел, ғорурланырлыҡ үткәнебеҙгә йылдар үткәс бағыу, тарихыбыҙҙы барлау, яу ҡырҙарында ятып ҡалған ауылдаштарыбыҙ алдында башыбыҙҙы эйеп, беҙгә бүләк ителгән тыныс тормош өсөн тәрән рәхмәтебеҙҙе белдереү, туғанлыҡ ептәрен нығытыу сараһы ла булды.


Гөлназ Хужина.

Борай районы.

Батырҙар исеме — мәңгелек
Батырҙар исеме — мәңгелек
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас