

Әлеге Ер-әсәбеҙҙең һуты – ҡайын һыуын тәмләп кенә бөткәйнек, еребеҙҙе матурлап умырзаялар атты, инде бәпембәләр һарыларын ҡояш аҫтында балҡытып ултыра. Тәбиғәттең уянған, бәбәй генә сағы. Кемдер ҡуҙғалаҡ өҙөп ҡапҡан, һөтлөкәстәрҙе тапҡан. Тап ошо ваҡытта урмандарҙа бүрекбаш баш ҡалҡыта. Был бәшмәк халыҡ телендә “сморчок” тип рус теле атамаһы менән генә йөрөй. Башҡортса исеме лә бик матур икән дә баһа, хатта исеме есеменә килешкән. Бүрек (баш кейеме) башына оҡшап тора шул. Ҡариҙел бәшмәкселәре быйыл бүрекбаштарҙы рәхәтләнеп йыйып ашаны, уңғаныраҡтар хатта килоһын 200-250 һум менән социаль селтәрҙәрҙә ҡуя башланы. Ә һеҙ ауыҙ иттегеҙме әле?
Гөлнара Солтанова.