+30 °С
Болотло


4 майҙа Борай ауылының үҙәк майҙанында балалар өсөн Ураҙа байрамы уҙҙы. Был сара Борайҙа икенсе тапҡыр үтте. Сара Изге Рамаҙан айы тамамланыуға арналғайны. Унда үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларҙың концерт программаһы, шулай уҡ балалар өсөн уйындар, конкурстар һәм һый-хөрмәт менән сәй эсеү ойошторолғайны.
Гөлназ Мирхәйҙәрова.