Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
30 Апреля 2022, 05:00

“Ҡыҙыл әтәс” янамаһын

30 апрель - ер йөҙөндә  иң ҡыйыу һөнәр эйәләре  – янғын һүндереүселәр көнө. Артакүл ауыл  биләмәһенә янғын һүндереү өсөн ЛКТ-4П прицебын тапшырҙылар.

“Ҡыҙыл әтәс”  янамаһын“Ҡыҙыл әтәс”  янамаһын
“Ҡыҙыл әтәс” янамаһын

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса янғын хәүефһеҙлеге отрядтары тәүлек әйләнәһенә йәшәйешебеҙҙең һағында тора.

Ошо һөнәри байрам алдынан,  Артакүл ауыл Советы  башлығы Кокшаров Александр Павловичҡа ауыл биләмәһе өсөн оҙаҡ көтөлгән ЛКТ-4П прицебын тапшырҙылар. Был прицеп 4 кубометр квадрат һыу һыйҙыра ала, ул МТЗ тракторына беркетелгән. Янғын хәүефе янағанда был прицепты һанаулы минуттар эсендә генә  һыу менән тултырып була, сөнки ул махсус насос һәм помпа менән йыһазландырылған. Тимәк, район үҙәгенән бик алыҫта урынлашҡан был ауыл биләмәһенә “ҡыҙыл әтәс”  янамай һәм янамаһын да!

 

Гөлнара Солтанова.       

“Ҡыҙыл әтәс”  янамаһын
“Ҡыҙыл әтәс”  янамаһын
“Ҡыҙыл әтәс”  янамаһын
“Ҡыҙыл әтәс” янамаһын
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас