Башҡортостанда “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалына дәғүә итеүселәр категорияһын киңәйтергә уйлайҙар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, миҙал менән бергә ғаиләгә 100 мең һум күләмендә аҡса ла бирелә.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, хәҙер түләүҙәрҙе ете бала үҫтергән ата-әсәнең дә алыуы ихтимал. Яңы төҙәтмәләр индерелгәндән һуң граждандарҙың дүрт категорияһы был миҙалға дәғүә итә ала: республикаға дан килтергән, кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа, законлылыҡ, хоҡуҡ тәртибен, хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса батырлыҡ күрһәткән йәки фән, ижад, спорт йәиһә ижтимағи әһәмиәтле эшмәкәрлектә ҡаҙаныштарға өлгәшкән балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр, опекундар һәм попечителдәр; өс һәм унан да ашыу инвалид баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алған ата-әсәләр; ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бәлиғ булмаған ете һәм унан да күберәк баланы тәрбиәгә алған опекундар, попечителдәр (шул иҫәптән, балаларҙы ғаиләгә ҡабул иткән ата-әсәләр, патронат тәрбиәселәр); ете һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәр һәм тәрбиәләүселәр.
Фото: Rg.ru
Автор:Дина Арсланова