Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Апрель 2022, 11:27

Йәнле осрашыуҙар үтте

Урындағы үҙидара көнө уңайынан район мәктәптәрендә 10-сы - 11-се кластарҙа тематик асыҡ дәрестәр үткәрелде. Мишкә 2-се урта мәктәбендә Мишкә ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ишмакаев һәм район хакимиәте башлығының финанс һорауҙар буйынса урынбаҫары Зинаида Шәмсетдинова менән осрашыу ойошторолдо.

Йәнле осрашыуҙар үттеЙәнле осрашыуҙар үтте
Йәнле осрашыуҙар үтте

Сара бик йәмле һәм йәнле үтте. Уҡыусылар әңгәмәгә ихлас ҡушылды. Хатта 10-сы класс уҡыусыһы Адель Шәмсетдинова муниципалитеттың үҫеш тарихы буйынса алып барған эҙләнеү эше менән таныштырҙы. Шулай уҡ Ф. Бүләков исемендәге 1-се лицейҙа ла район хакимиәте белгестәре менән осрашыуҙар булды. Бында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр  буйынса урынбаҫары Лариса Александрова һәм Мишкә район Советы секретары Татьяна Коледина сығыш яһаны.
Бындай әңгәмәләр йәштәргә илдең ижтимағи-сәйәси тормошона ҡағылышлы булыуын һиҙергә, әүҙем тормош позицияһы алып барырға, урындағы үҙидара органдарының төрлө өлкәләрҙә һәм тармаҡтарҙа ниндәй роль уйнауын аңларға ярҙам итә.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Йәнле осрашыуҙар үтте
Йәнле осрашыуҙар үтте
Йәнле осрашыуҙар үтте
Автор:
Читайте нас