

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, йола буйынса, профсоюздар менән берлектә билдәләнә. Төп саралар Өфөләге Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда буласаҡ, Башҡортостан Республикаһының ижади коллективтары һәм артистары ҡатнашлығында митинг-концерт ойоштороласаҡ. Сара барышында “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләү ҙә ҡаралған.
Йола буйынса, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала һәм райондарында төрлө майҙансыҡтарҙа халыҡ байрамдары ойошторола. Шулай уҡ 1 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә “Фонтандар фестивале” башлана, уның барышында Өфөнөң төп фонтандары эшләй башлай,улар янында инструменталь коллективтар классик музыка башҡарасаҡ.
Еңеү көнөнә арналған рәсми саралар 8 майҙа, “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара проектына ярашлы, ветерандар, Рәсәй Геройҙары һәм республика йәштәре ҡатнашлығында “Геройҙар аллеяһы” һәм “Еңеү урмандары”н ултыртыуҙан башлана.
Тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн яҡташыбыҙ, контр-адмирал Батыргәрәй Зөлҡәрнәевтең республикаға визиты ойоштороласаҡ. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса өс яҡташты Хәрби-диңгеҙ флотының баш командующийы наградалары менән бүләкләү тантанаһын ойоштороу күҙаллана.
“Первушино” аэродром комплексының бәләкәй авиация самолёттарын һәм “ХелиПорт-Өфө” вертолёттарын күрһәтеү ҙә ҡаралған.
Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн был көндө һалдат бутҡаһы менән ялан кухняһы, ҡала Советы майҙансығында интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәк, байрам концерты буласаҡ, ул төнгө 11-ҙә салют менән тамамланасаҡ.
Йолаға әүерелгән тағы ла бер сара – “Үлемһеҙ полк” акцияһы. Өфөлә үтәсәк парадта - 150 мең, республика буйынса 450 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Баш ҡаланың Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә нигеҙ һалыу Еңеү көнөндә планлаштырылған әһәмиәтле сараларҙың береһе буласаҡ. 1 майҙа буласаҡ Герой һәйкәленә нигеҙ һалыу өсөн ер йыйыу буйынса республика марафонына старт биреләсәк. Марафон туғыҙ зонаға бүленгән бөтә республика биләмәһендә уҙа. 9 майҙа һуңғы ус тупраҡ генерал-майорҙың тыуған төйәгендәге Шайморат ауылындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында алынып, Совет майҙанына килтерелә һәм тантаналы рәүештә һәйкәлгә нигеҙ һалынасаҡ.
Еңеү көнөнөң төп саралары киске сәғәт 7-лә “Торатау” конгресс-холы амфитеатры майҙансығында Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары һәм ижади коллективтары ҡатнашлығындағы байрам концерты менән тамамлана.Әйткәндәй, Рәсәй эстрадаһының йондоҙҙары – Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басков һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко киләсәк. Сара киске сәғәт 10-да байрам салюты менән тамамлана.
Республика район һәм ҡалаларында шулай уҡ ветерандарҙы хөрмәтләү буйынса традицион саралар уҙғарыу планлаштырылған.
Сығанаҡ https://bashgazet.ru/
Фото: https://school1298.ru/