

Шәйехзада Бабич тоҡомонан
Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы Иҡсанова 1951 йылдың 14 мартында республикаға мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичты биргән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында тыуған. Бында бөйөк шағирҙың фамилияһын дауам итеүселәр күп. Нәфирә Нәжметдин ҡыҙының тамырҙары ла Шәйехзада Бабич шәжәрәһендә. Бабичевтар нәҫеленә нигеҙ һалыусы Мөхтәр Бабичевтың Илекәй, Ғәйнулла, Ишбулды, Ишалы, Ишкилде исемле улдары булыуы билдәле. Нәфирә Иҡсанова-Бабичева Ишбулдынан киткән тармаҡта. Шәйехзада Бабичтың атаһы менән уның атаһының олатаһы бер туған ғына була. Нәжметдин Бабичевтың балалары бөйөк башҡорт шағирының фамилияһына тап төшөрмәй, лайыҡлы йөрөтә.
Хирург булырға
хыяллана
Нәжметдин уҙамандың һигеҙ балаһы ла йырларға, төрлө уйын ҡоралдарында уйнарға ярата. Әммә ҡыҙҙарҙың барыһы ла медицина юлын һайлай. Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы ла беренсе һөнәре буйынса шәфҡәт туташы, медицина училищеһын тамамлаған. Бала саҡтан хирург булырға хыяллана. Киске бүлектә уҡый һәм шул уҡ ваҡытта эшләп тә йөрөй. Баш ҡаланың 11-се дауаханаһында биш йыл эшләй. Әммә сәнғәткә һөйөү үҙенекен итә. Уларҙың ғаиләһендә аталары баянда, тальянда оҫта уйнай, ә әсәләре матур йырлай. Һигеҙ балалары ла ата-әсәләре кеүек баян, аккордеон, хромка, тальян гармунда уйнай, йырлай һәм бейей. Араларынан профессиональ сәнғәт юлын тик икәүһе — Нәфирә һәм Нәғим Бабичевтар һайлай. Үкенескә күрә, күптән түгел ҡустылары Нәғим был донъяны мәңгелеккә ташлап китте. Ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, виртуоз гармунсы ине.
Сәнғәт юлы
— Миңә медицина институты студенты булырға ни бары бер балл етмәне. Шул тиклем ауыр кисерҙем. Мине сәнғәт училищеһына тыңлауға “Новатор” клубының түңәрәк етәксеһе Валентина Васильевна Резниченко алып барҙы.
Имтихандар ваҡытында буласаҡ тормош иптәшем Фәтих менән осраштыҡ. Ул училищела сәхнә телмәре буйынса уҡыта ине. Фәтих минән башҡорт эстрадаһынан берәй йыр йырлауымды һораны. Мин әсәйҙәр тураһында йыр башҡарҙым – шулай итеп таныштыҡ беҙ.
Өфө сәнғәт училищеһында эстрада төркөмөн асыу идеяһы ул ваҡытта тормошҡа ашманы. Бер йыл уҡыныҡ та, унан традицион бүлектәр буйлап тараттылар. Мине дирижёрҙар бүлегенә күсерҙеләр. Мин кафедра мөдире Зәйтүнә Ғөбәйҙуллинала уҡыным. Әлеге ваҡытта ла яҡшы аралашабыҙ. Хор класын дүрт йыл билдәле хор дирижеры, педагог, йәмәғәт эшмәкәре Михаил Фоменков алып барҙы. Минең дирижёрлыҡ стажым ярты быуатҡа тиң, сөнки икенсе курста уҡ эшләй башланым. Мине Шишмәгә ансамбль төҙөргә ебәрҙеләр, унан заводта үҙешмәкәрлек менән шөғөлләндем. Училищенан һуң бер үк ваҡытта уҡып та, эшләп тә йөрөү теләге менән сәнғәт институтына ситтән тороп уҡырға инергә булдым. Әммә училище директоры Светлана Хәмиҙуллина ҡәтғи ҡаршы төштө: “Юҡ. Көндөҙгө бүлектә уҡыйһығыҙ! Һеҙ уҡымаһағыҙ, кем уҡыр?” - тине. Шулай итеп, сәнғәт институтының көндөҙгө бүлегенә уҡырға индем.
Һуңынан мин Хор йәмғиәтендә эшләнем. Унан Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатында балалар өсөн йыр-бейеү ансамбле асырға хыялланған инем, килеп сыҡманы. Мине институттың бишенсе курсынан сәнғәт институтына уҡытырға алдылар, — тип хәтерләй Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы.
Ул 1983-2006 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2001 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытыусы булып эшләй.
“Ҡыҙым, һин
булдыраһың...”
Нәфирә Иҡсанова Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижёры вазифаһын башҡара. Был эшкә уны сәнғәт училищеһының хор класы етәксеһе Таһир Сәйфуллин алып килә. Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы хор капеллаһын ете йыл етәкләй.
— Репертуарыбыҙ бай һәм төрлө булды. Ниндәй генә йырҙар башҡарманыҡ беҙ! Рус, сит ил классикаһын (Моцарттың “Реквием”, Рахманиновтың “Колокола”, Танеевтың “Иоанн Дамаскин”, Бах, Шуберт, Свиридов, Шостакович әҫәрҙәре һәм башҡалар). Шулай уҡ башҡорт, татар, рус, сыуаш халыҡ йырҙарын башҡарҙыҡ. Башҡорт халыҡ ижадын мин юғары кимәлдә күрһәтә инем. Республикабыҙҙың бар композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарҙыҡ, – ти Нәфирә Иҡсанова.
2007 йылда Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. “Мираҫ” уның йәшәү рәүешенә әйләнә. 14 йыл дәүерендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ йыр-бейеүҙәр ҡуйыла. Репертуар яңырып тора. «Мираҫ» – йыр-бейеү ансамбле генә түгел, ә вокал, хор һәм халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын бергә туплаған ижади коллектив. Уларҙың һәр сығышы музыкаль-хореографик сюжетҡа, темаға ҡоролған, әҫәрҙәр бер-береһенә үрелеп, байытылып, матур театрлаштырылған тамашаны тыуҙыра. “Мираҫ” — республика мәҙәниәтен сит илдәрҙә танытҡан коллектив.
Ғаилә тормошо
Бишенсе курста уҡығанда Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы Фәтих Хәйрулла улы Иҡсановҡа кейәүгә сыға. Фәтих Иҡсанов — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, билдәле режиссер, Башҡорт академия драма театры актёры, театрлаштырылған байрамдар һәм концерттар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади кисәләре, 50‑нән ашыу интермедия, шулай уҡ башҡорт телевидениеһында юмористик тапшырыуҙар сценарийҙары авторы һәм режиссёры. Республика тальян байрамының инициаторы һәм ойоштороусыһы, "Йәдкәр" фольклор ансамбленә нигеҙ һалыусы.
Фәтих бик яҡшы ғаилә башлығы, тормош иптәше, атай булды. Бәхетле ғаилә тормошонда беҙ ни бары 11 йыл ғына йәшәп өлгөрҙөк. Уның беренсе ғаиләһенән Айгөл һәм Фәрхәт исемле балаларын үҙемдекеләй итеп ҡабул иттем һәм яраттым. Беҙҙең Фәтих менән Айһылыу һәм Таһир исемле уртаҡ балаларыбыҙ тыуҙы. Балалар барыһы ла сәнғәтте үҙ итте, беҙҙең юлды дауам итәләр" — тип һөйләй Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы.
Мишкә халҡы Нәфирә Иҡсанова-Бабичева менән хаҡлы ғорурлана. Ул районда үткән ҙур сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы “Мишкә районының почетлы гражданы” исеменә лайыҡ. Ҡаңлы ырыуы гимны көйө авторы ла Нәфирә Иҡсанова.
Лилиә ХӘСӘНОВА.