

— Рәмил Карам улы, һеҙҙе яҡынлашып килгән һөнәри байрамығыҙ менән тәбрикләйбеҙ. Әйтегеҙ әле, эш көнөгөҙ ниҙән башлана?
— Иртәнге һигеҙҙә минең эш кабинетына тармаҡ етәкселәре кәңәшмәгә йыйыла. Иң элек көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, унан инде аҙналыҡ, ун көнлөк һәм башҡа перспективалы пландарҙы билдәләйбеҙ. Уҙған теге йәки был саралар, форумдар-сығыштар, конкурстарға йомғаҡ яһайбыҙ. Һәр иртә шулай башлана.
— Районда тыуған яҡ тарихын өйрәнеү буйынса ниндәй мөһим саралар ҡаралған?
— Унлар ырыуы башҡорттары үҙәген булдырыу планлаштырылған. Район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары менән кәңәшләшеп, үҙәкте бай тарихлы Яҡуп ауылында клубта, буш торған китапханала асырға ҡарар иттек. Яҡын арала район етәкселеге һәм тарихсылар менән “түңәрәк өҫтәл”дә осрашыу ҡаралған. Иң элек Милли музейҙа һаҡланған Унлар ырыуы байрағының күсермәһен эшләтергә кәрәк, тип уйлайбыҙ.
— Рәмил Карам улы, районда социаль өлкәләге ниндәй уңыштарҙы атар инегеҙ?
— Яңы ғына уҡытыусыларыбыҙ ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтты. Бер нисә ауылда ФАП асылды, спортсыларыбыҙ ҙа һөйөндөрөп кенә тора, яңыртылған китапханалар, күп функциялы клубтар үҙ ишеген асты, “Ғаилә” үҙәге йәнле саралар ойошторҙо. Районда милли проекттар ҙа уңышлы тормошҡа ашырыла. Йәштәр бүлеге ирекмәндәре пандемия шарттарында маҡсатлы эш алып барҙы һәм уны әле лә дауам итә.
— Ысынлап та, ауылдарҙа ла эштәр гөрләй. “Айыҡ ауыл” проекты ла быға ҙур этәргес булып торалыр?
— Әлбиттә, бына Ҡараяр ауылы нисек күҙгә күренеп үҫте, күтәрелде, ундағы халыҡ тормоштоң йәмен-тәмен белеп йәшәй. Улар өлгөһөндә башҡа ауылдар ҙа йәнләнер, тигән өмөттәмен.
— Әйткәндәй, һеҙҙең тыуған ауылда хәлдәр нисек?
— Мин Кирҙә ауыл биләмәһендә урынлашҡан Татар Ҡоҙаш ауылында тыуғанмын. Тик беҙҙең ауылда йәшәүселәр бөтөнләй ҡалманы тиерлек. Төрлө тарафтарға һибелгән ауылдаштарым менән яҡшы элемтә тотам. Уҙған йыл һөйләшеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар хөрмәтенә ауыл уртаһында обелиск булдырҙыҡ. Уның артынан тыл хеҙмәтсәндәренә лә бағышлап ошондай уҡ изге эш башҡарҙыҡ. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреп, ҡәрҙәштәребеҙҙе йыйҙыҡ. Бына шулай ярҙам күрһәтеп, ауылдаштарҙы бергә туплай алыуыма шатмын. Илһөйәрлек иң элек тыуған ауылдан, тупһанан башлана бит.
— Һеҙ хәрби-патриотик эштәрҙә лә гел алдынғы рәттәһегеҙ...
— Әйе, 1994 йылдан башлап районда афғансылар ойошмаһын етәкләйем, үҙем дә шул утлы ғәрәсәтте үттем. Ошо дәүерҙә район үҙәгендә Еңеү паркы киңәйтелде, унда хәрби техника урынлаштырылды. Шулар янында ғаиләһе менән фото төшөүселәрҙе, йәки балаларына ниҙер аңлатып һөйләгән атайҙарҙы күрһәм, күңелем үҫә. Тимәк, беҙ дөрөҫ йүнәлештәбеҙ. Шунда уҡ яҡташ геройҙарыбыҙға, тыл хеҙмәтсәндәре, чернобылсылар, сик һаҡсылары, афғансылар рухына аталған стелалар барлыҡҡа килде. Хөкүмәтебеҙ тарафынан иғлан ителгән Хәтер көндәрендә митингылар ойоштороп, сәскәләр һалыу ҙа, улдары һәләк булып ҡалған ғаиләләргә иғтибар бүлеү – былар барыһы ла дауам ителәсәк.
— Беҙ һеҙҙе тәүге һөнәрегеҙ буйынса биолог булараҡ та беләбеҙ. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүегеҙ ҙә сер түгел...
— Мин һәр ир кеше иңенә ятҡан тәғлимәтте – йорт төҙөү, ағас ултыртыу, ул үҫтереү бурысын тулыһынса үтәнем. Аллаға шөкөр, өй һалып индек, унда хәләл ефетем Роза Миңлефәтих ҡыҙы менән балалар тәрбиәләп үҫтерҙек. Бөгөн олатай-өләсәй булыу бәхетенә ирештек. Үҙ ғүмеремдә ултыртҡан ағастарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Йорт һалып, йәшәй башлағас, ғаиләбеҙ менән үҙ баҡсабыҙҙы булдырҙыҡ. Йылдан-йыл шул хеҙмәтебеҙҙең емешен татыйбыҙ. Беҙҙә күпләп алма, слива, сейә, груша үҫә. Хатта ултыртҡан виноград ҡыуаҡтары ла мул уңыштары менән һөйөндөрә. Башта буш ерҙе кәрәккәнсә туйындырып торһаҡ, хәҙер ул беҙҙе ҡыуандыра.
— Рәмил Карам улы, муниципаль хеҙмәтегеҙҙең эше һанап бөткөһөҙ. Шулай ҙа, ял минуттарын нисек үткәрәһегеҙ?
— Иң элек ялымды ғаиләм менән үткәрергә тырышам. Ҡыш көнө саңғыла йөрөргә яратам, үҙемдең саңғы юлы ла бар, шуны урап тәбиғәттән көс алам. Йәйгеһен урман-ҡырҙарға сығабыҙ. Ҡайһы ваҡыт ауылда яңы сафҡа индерелгән парктарҙа йөрөү форсаты ла тейә. Эшем буйынса төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға тура килә. Унда ла эш тураһында уйламайынса, тулыһынса ял итеп ҡайтырға тырышам.
— Матбуғатҡа яҙылыу районыбыҙҙа нисек ойошторолдо?
— Район гәзитен дә, “Йәнтөйәк”те лә алдырам, мөмкинлек тыуғанда уҡып сығырға ла өлгөрәм. Был кампания һәр саҡ беҙҙә ойошҡан рәүештә үтә. Тәүге ун көнлөк үткәндә урындағы почтальондарҙың эшмәкәрлеген күҙәтәбеҙ, һығымталар яһайбыҙ. Унан һуң маҡсатлы рәүештә кампанияны үткәреп ебәрергә тырышабыҙ. Быйыл “Изгелек эстафетаһы” ойошторорға ниәт бар.
— Рәхмәт, Рәмил Карам улы, Рамаҙан айында бындай изге эштәребеҙ уң булып барһын. Сөнки мосолманға китап-гәзиттәр бүләк итеү дауамлы сауап тип иҫәпләнә. Ошо эстафетала ҡатнашасаҡ һәр кешегә алдан рәхмәттәребеҙҙе еткерәйек. Һеҙҙең ғаилә архивында күп һанлы наградалар барҙыр. Ҡайһыһы менән һеҙ ныҡ ғорурланаһығыҙ, ҡайһыһы һеҙгә үтә ҡәҙерле?
— Бар ундай награда һәм уның менән ғорурланам. Беләһегеҙме, һанлы телевидениеға тоташтырыу барлыҡ ауылдарға ла барып етмәне. Тегендә-бында халыҡтың кире ҡарашын тойҙоҡ, ризаһыҙлыҡ мөрәжәғәттәре күбәйҙе. Тап шул саҡ тәрилкәләр ҡуйыу бурысы миңә тапшырылды. Төрлө ишектәрҙе шаҡый-шаҡый, төпкөл ауылдарҙа йәшәгән ғаиләләргә тәрилкәләр ҡуя башланыҡ. Хатта ташламаһы булғандарҙы район үҙәгенә саҡырып, беҙ тәрилкәләргә Ҡариҙел гербын, атрибуттарын беркетеп ҡороуға ирештек. Урындағы операторҙарыбыҙ ныҡ ярҙам итте. 150-нән ашыу ғаиләгә ошондай комплект ҡуйҙыҡ, БСТ каналы ла был эште үҙенең тапшырыуында яҡтыртты. Шулай итеп, был проект буйынса беҙҙең район алдынғы урындарҙы яуланы. Шуның һөҙөмтәләре буйынса миңә Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Рәхмәт хаты тапшырылды. Бына шул награда миңә бигерәк ҡәҙерле.
— Рәмил Карам улы, шулай ҙа башҡарған эшегеҙгә иң ҙур баһа — ул халыҡ рәхмәтелер. Бына шул рәхмәттәр хеҙмәтегеҙҙә еңеллектәр бирһен. Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Гөлнара Солтанова.