

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Мөҡимова етәкселегендә “Тамсылар” балалар фольклор коллективы “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында еңеү яуланы.
“Тамсылар” коллективы был конкурста 2010 йылдан башлап ҡатнаша. Шул арала төрлө дәрәжә лауреат исемдәрен яуланы, төрлө номинацияларҙа еңеүҙәргә иреште. Башҡорт халҡының боронғо йолаларын, данлыҡлы шәхестәренең тормош юлын өйрәнеү, киләсәк быуынға еткереү, милли-мәҙәни, тарихи мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу кеүек оло маҡсаттарҙы алдына ҡуйып, “Тамсылар” коллективы районда тыуып-үҫкән, тарихыбыҙҙа юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырған шәхестәрҙең образдарын тергеҙҙе, халыҡҡа күрһәтте, ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерҙе, урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы сәхнәгә ҡуйҙы. Нәҡ Балтас ерендә йәшәгән халыҡҡа хас күпме фольклор өлгөһө: әкиәт, йыр, таҡмаҡ, әйтемдәр, шаян хикәйәләрҙе, кейем өлгөләрен, көнкүреш әйберҙәрен республика сәхнәһенә мендерҙе йәш фольклорсылар!
“Ғалим булғым килә!” тип аталған быйылғы спектакль тамашасы алдына күңеленә әсәһе Сәтиғәнән халыҡтың бай фольклорын һеңдереп үҫкән, атаһы — мулла Ибраһимдан мәғрифәт көсөнә ышаныс алған, кесе йәштән уҡырға, белем артынан белем алырға ынтылған, әйҙәүсе холоҡло, дуҫтары һәм туғандары араһында аҫылташ кеүек балҡып торған үҫмер Әхнәф Харисовты баҫтыра. Төп ролде уйнаусы Тимур Әхмәҙуллин был образды бик матур асты. Сәхнә эсендә сәхнә: Әхнәф, әсәһе, туғандары, дуҫтары бергәләп кис ултырғанда шаян халыҡ әкиәтен уйнай, Әхнәф Ерәнсә сәсән роленә алына. Уйын барышында геройҙарға ҡарата үҙ мөнәсәбәтен белдерә йәштәр, әсәһе Сәтиғә (Нейля Мәхмүтова), һеңлеһе Мәклүфә (Азалия Суфиярова), күршеһе Фәнүзә (Лилиә Шәйехова), Әхнәф үҙе лә — ҡубыҙҙа, туғаны Әхүәз (Камил Йыһангиров) менән дуҫы Хәниф (Мирас Шәймөхәмәтов) ҡурайҙа уйнап ебәрә, ҡустыһы Ғиффәт (Илмир Вәлиәхмәтов) башҡорт халыҡ йыры менән ҡушыла, унан Әхнәф (Тимур Әхмәҙуллин) ҡулына баянын алып дуҫы Хәнифте башҡорт халыҡ көйөнә бейетә. Йыр-моң, фольклор аша буласаҡ ғалимдың бар булмышы менән халҡыбыҙҙың аҫыл мираҫын хөрмәт итеп, яратып үҫеүе, уларҙы тағы ла тәрәнерәк өйрәнергә теләүе, күңелендә йәштән ғалим булыу хыялы бөрөләнеүе, ата-әсәһенең балаларының һайлаған юлын ҡеүәтләүе күрһәтелә.
“Жюри ағзалары был сценарийҙы ысын ҡомартҡы булараҡ билдәләне, тема һәм ғалим образы тулыһынса асылыуына рәхмәт белдерҙе. Район мәғариф бүлеге, Балалар ижады үҙәге, мәктәп етәкселегенең ихлас ярҙамын тойҙоҡ. Шуға ла эшләүе еңел булды. Рәхмәт!” — тип тәрбиә өлкәһендә йәнә бер ҙур аҙым яһағандан һуң уй-кисерештәре менән бүлеште Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы.
Республика конкурсына әҙерләнеү барышында коллектив менән ике көн дауамында Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Ирина Ғәниева шөғөлләнде. Актрисаның сәнғәт оҫталығы дәрестәре уҡыусыларға бик яҡшы ярҙам итте. Нәтижәләр ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ — төп герой образын кәүҙәләндергән Тимур Әхмәҙуллин 18 йәше тулған көндө конкурстың Гран-при эйәһе булды, шулай уҡ Тимур “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге театр-фольклор коллективтарының “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсының “Иң яҡшы фәнни-эҙләнеү эштәре” номинацияһында еңде. “Тамсылар” балалар фольклор коллективы — конкурстың 1-се дәрәжә лауреаты. Илмир Вәлиәхмәтов — “Башҡорт халыҡ йырын оҫта башҡарғаны өсөн” номинацияһында еңеүсе. Коллективты конкурсҡа әҙерләгән педагогтар — Гөлсирә Мөҡимова, Зифинә Әхмәҙуллина, Гөлфирә Хәсәнова Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.