Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Апрель 2022, 07:28

Оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Балтас районы Түбән Һикеяҙ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се- 6-сы класс уҡыусылары  ҡорама тегеү оҫтаһы Дауытова Гөлфинә Васфи ҡыҙы менән осрашты.

Оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлаштыОҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты
Оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты

 Бындай ҡорама ҡорау - боронғо халыҡ сәнғәте. Был техникаға 2,5 мең йылдан ашыу иҫәпләнә һәм ул бик күп халыҡтарҙа ҡулланыла. Формалар буйынса киҫелгән сыбар һәм бер төҫлө туҡыма киҫәктәренән оҫтабикәләр төрлө композициялар - мозаика биҙәктәре төҙөгән.  Осрашыу барышында балалар ҡорама тегеү тарихы, башҡорт халыҡ йолаларын һәм  ҡораманан тегеү тәғәйенләнеше менән танышты. Гөлфинә Васфи ҡыҙы төрлө төҫтәге бәләкәй киҫәктәрҙән матур әйберҙәрҙең килеп сығыуын күрһәтте. Ул оҫталыҡ серҙәре  һәм нескәлектәре менән уртаҡлашты, улар ҡул эшенең был төрө менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһына ла кәрәк буласаҡ.

Гөлназ Ғәлләмова.

Оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты
Оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас