Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Апрель 2022, 09:19

Солтанбәктә байрам гөрләй!

Бөгөн Солтанбәк ауылында “Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсы сиктәрендә “Ғаилә традициялары вариҫтары” тигән ҙур байрам уҙа. #Айыҡауыл2021Солтанбәкауылы#Трезвоесело2021Султанбеково#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы#ВсемирныйКурултайБашкир#Аскинскийрайон#Башҡортмәҙәниәтеһәмрухимираҫйылы

Солтанбәктә байрам гөрләй!Солтанбәктә байрам гөрләй!
Солтанбәктә байрам гөрләй!

Солтанбәк ауылында тарихы менән ғорурланған, нәҫел тамырҙарын өйрәнгән, халҡым, илем, телем тип янып торған Балыҡсы ырыуы башҡорттары йәшәй.
Ауылдағы һәр бер ғаилә аҫылташҡа тиң: уларҙың үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, шәжәрәһе, үҙҙәренә генә хас биҙәге бар. Шуға “Айыҡ ауыл- 2021” республика конкурсы һәм Башҡорт мәҙәниәте, рухи мираҫ йылы сиктәрендә үткән байрамды солтанбәктәр “Ғаилә традициялары вариҫтары” тип атаған.
Ғаилә байрамына мәртәбә өҫтәп, район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов етәкселегендә хөрмәтле ҡунаҡтар килде:
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү буйынса комиссияһы кураторы, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов,күренекле яҡташтарыбыҙ, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимерғәзе улы Мөхәмәтйәнов менән Чернушка муниципаль округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәүиә Фәнил ҡыҙы Махатова,төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының “Без – башҡортлар” ижтимағи хәрәкәте ағзаһы Винарис Өлфәт улы Абдуллин һәм ут күршеләребеҙ, Ҡариҙел районы Яңы Муллаҡай ауылынан “Иҙел” әҙәби түңәрәге ағзаһы, Балыҡсы ырыуы вәкиле Нәзилә Хәмәтйән ҡыҙы Әхкәметдинова.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы солтанбәктәр йола буйынса асыҡ йөҙ, сәк-сәк, ҡымыҙ, йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды.
Бай программалы байрамдың нисек уҙыуы тураһында киләһе материалдарҙа тулыраҡ уҡырһығыҙ.


Наилә Имаева.

Солтанбәктә байрам гөрләй!
Солтанбәктә байрам гөрләй!
Солтанбәктә байрам гөрләй!
Солтанбәктә байрам гөрләй!
Солтанбәктә байрам гөрләй!
Солтанбәктә байрам гөрләй!
Солтанбәктә байрам гөрләй!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас