

Клуб коллективы “Иң яҡшы күп тармаҡлы ауыл клубы” номинацияһында еңеүгә дәғүә итә. Конкурс талабы буйынса социаль селтәрҙәге тура эфир аша улар бер күләмле сара ойошторорға тейеш ине. Ҡараярҙар боронғо милли йолабыҙҙы – Һырға туйын әҙерләп күрһәтте.
Бишек туйынан һуң «ир бала атҡа менерлек», ә ҡыҙ бала «күнәктәр менән көйәнтә күтәрерлек» булғас, һырға туйы үткәрелгән. Балаларҙы йәрәштереү йолаһында буласаҡ кейәү кәләшенең ҡолаҡ осон тешләгән. Шунан һуң туй-байрам башланған. Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ике бала ла бер-береһенең ҡолағын тешләгән. Бындай йола "Ҡолаҡ тешләтеү" тип аталған. Сабыйҙарҙы йәрәштергән саҡта уҡ ата-әсәләр ҡалымдың хаҡы, бүләктәр, туй сығымдары хаҡында һөйләшкән. Ҡалымдың бер өлөшөн никахҡа тиклем түләгәндәр, ҡалғанын һуңынан өлөштәргә бүлеп тапшырғандар. Ҡоҙалашыу йолаһы Ҡөрьән сүрәләрен, аяттарын уҡығандан һуң, бер һауыттан ҡымыҙ йәки бал балы менән эсеп килешелгән. Йола буйынса атай кеше бүтән егеткә ҡыҙын бирергә тейеш булмаған. Ир бала ҡыҙға һырға бүләк итһә, ҡыҙыҡай сигелгән билбау йә түбәтәй тапшырған. Туйҙан төрлө бәйге, уйын-көлкө, йыр-моң өҙөлмәгән. Бына ошондайыраҡ йөкмәткеле сараның сценарийын клуб методисы Лилиә Әйүпова әҙерләне һәм сәхнәләштерҙе.
Ҡараяр клубында “Байрам” фольклор коллективы уңышлы эшләй. Улар халҡыбыҙҙың милли йолаларын тергеҙеп, юғары кимәлдә башҡарып, тамашасыларына тәҡдим итә. Һырға туйы ла ошо коллектив менән матур итеп сәхнәләштерелде. Тура эфирҙан уларҙы тотош Рәсәй халҡы ҡараны.
- Ололарҙың һөйләүе буйынса бындай йола беҙҙең ауылда ла булған. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа “ана кәләш килә”, “был шуның буласаҡ кейәүе” тигәндәрҙе ишетә инек. Был йоланың әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ. Иң элек ғаилә, уның ныҡлығы, именлеге күҙ уңында тотолған, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Лилиә Анзаф ҡыҙы.
Мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә ойошторолған был сара “Байрам” фольклор коллективының алтын фондына индерелер тигән өмөт уята. Шулай уҡ ҡараярҙарҙың “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла ҡатнашыуҙары гәзит уҡыусыларыбыҙға, райондаштарыбыҙға яҡшы таныш. Һырға туйҙары шулай айыҡ ауылдарҙа ғына үтеп, йәштәребеҙ ныҡлы ғаилә ҡорор, тип ышанғы килә.
Гөлнара Солтанова.