Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
5 Апрель 2022, 04:47

Фәррәх Дәүләтшин туғандары хәтерендә

Сәсәндең яҡты иҫтәлеге, ижади мираҫы әлеге көндә лә онотолмай

Фәррәх Дәүләтшин туғандары хәтерендәФәррәх Дәүләтшин туғандары хәтерендә
Фәррәх Дәүләтшин туғандары хәтерендә

Башҡортостандың халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшиндың тормошо һәм ижады буйынса уҡыусылар менән фәнни-тикшеренеү эштәре башҡарып, конференцияларҙа ҡатнашабыҙ. Сәсәндең тормош һәм ижад юлына бер ни тиклем асыҡлыҡ индереү маҡсатында бынан бер нисә йыл элек миңә Бөрө районы Яңы Байыш ауылында йәшәгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инде мәрхүм Зөләйхә инәй Кәбирова-Дәүләтшина (сәсәндең оло ҡыҙы) менән танышыу мөмкинлеге тейгәйне. Һеҙҙең иғтибарға сәсәндең ҡыҙынан яҙып алған мәғлүмәтте тәҡдим итәм.

Зөләйхә инәй әйтеүенсә, улар икенсе оя балалары. Сәсәндең тәүге ҡатыны менән дүрт балаһы тиф эпидемияһы ваҡытында вафат була. Фәррәх Дәүләтша улы ла ҡаты сирләп ятҡан, оҙаҡ ҡына яфаланғандан һуң, уға һауығырға насип була.
Фәррәх Дәүләтша улы 1887 йылдың 31 ғинуарында Бөрө кантонының (хәҙер Дүртөйлө районы) Яңы Уртай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Йәштән үк йырҙар, бәйеттәр яҙа, һүҙгә оҫта, үткер телле була. Үҙенең әҫәрҙәрендә кешеләрҙең еңел булмаған тормошо тураһында бәйән итә, ябай халыҡты байҙар, капиталистар иҙеүенән азат итергә саҡыра.
Совет власы осоронда, яңы ваҡыт килеүенә һөйөнөп, әүҙемерәк яҙыша башлай. Бәләкәйҙән етем ҡалғанлыҡтан, ул байҙарға эшләп үҫә. Үҫкәс, Урал заводтарының береһендә, урман ҡырҡыуҙа хеҙмәт һала.
1913-1916 йылдарҙа йәш сәсән Аҡ шишмә ҡағыҙ фабрикаһына эшкә урынлаша. Бирелә уның сәләмәтлегенә ҙур зыян килә. Пар ҡаҙандары шартлап, Фәррәх күреү һәләтен юғалта. Унда уға ни бары 29 йәш була. Ауылына ҡайтҡас, ул бәйеттәр, йырҙар яҙа башлай.
"Атайымды үҙемә иҫ кергәндән алып хәтерләйем. 1936 йылдағы ваҡиға айырыуса иҫтә ҡалған. Электән булған материалдарын, бәйеттәрен, хикәйәләрен алып, Өфөгә китеп барҙы. Беҙ ни эшләргә белмәйбеҙ, әсәйем илай: “Ҡайҙа китте? Ни эшләне икән, берәй хәл булдымы икән әллә?"
Ул ваҡытта Кощеев утарында тора инек. Ул Тартыш ауыл Советына ҡарай. Шулай итеп, бер ни тиклем ваҡыт үтеп китте. Бер ваҡыт кисен уйнап йөрөйбөҙ, миңә туғыҙ йәштәр самаһы булғандыр, ауыл урамынан саң туҙҙырып еңел машина үтеп китте. Уның эсендә атайыма оҡшаған кешенең йөҙөн шәйләп ҡалдым. Яҡшы итеп кейенгән, башында — кубанка, өҫтөндә — елән. Аптырап ҡуйҙым. Шунан машина артынан йүгерҙем.
Ниндәй бәхет! Ул атайым булып сыҡты. Килеүселәрҙең береһе – ҡатын-ҡыҙ, Мәскәүҙән, ҡалғандары кемдәр булғандыр, белмәйем. Улар бөтә нәмә тураһында һөйләшә-һөйләшә, беҙҙә ҡунып, тағы ла бер нисә көн ҡунаҡ булды. Теге саҡта, атайым юғалып торған мәлдә, ул тәүҙә Өфөлә, аҙаҡ Мәскәүҙә булған икән. Уның ижадын юғары баһалағандар. Шулай итеп, ул Яҙыусылар союзына ҡабул ителде. Бынан һуң ул дәртләнеп ижад итә башланы. Атайыбыҙ шиғырҙарын әйтеп тора, беҙ яҙа инек.
Атайым Сәйфи Ҡудаш, Ғәйнан Әмири, Дауыт Юлтый кеүек бик күп билдәле кешеләр менән осрашты.
Кощеев баярының өйөндә торҙоҡ, һуңынан үҙебеҙ ҙә өй һалып сыҡтыҡ. Ауылда юл юҡ. Атайым һуҡыр булһа ла, ауылдан-ауылға йөрөп, тиҫтәләрсә саҡрым үтә ине. Шунлыҡтан етәкселек уға йәшәү өсөн Бөрө районының Яңы Яндыҙ һәм Үрге Ласынтау ауылдарын тәҡдим итә. Атайым барып белешкәндән һуң, йыраҡ булмаған Яңы Байыш ауылын һайлап, шунда күсеп киттек. 1939 йыл ине. Ошо йылда уның икенсе китабы донъя күрҙе. 1939-ҙа дәүләт һәм партия эшмәкәре Михаил Калинин үҙе атайыма “Почет билдәһе” орденын тапшыра. Был ҙур награда менән ул Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре араһында беренселәрҙән булып бүләкләнә.
1941 йылда һуғыш сыҡты. Атайым Одесса ҡалаһына барып, күҙҙәренә операция эшләтергә тейеш ине. Өфө ҡалаһындағы Ҡоҙаяров тигән табип атайымдың күҙенә операция яһай. Операциянан һуң уның бер күҙе күрә башлай, хатта стена сәғәтенең һандарын да яҡшы күрәм, ти ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы. Һыҙланыуына түҙә алмайынса, ул күҙен алдырырға мәжбүр була.
1944 йылда Башҡорт АССР-ының Юғары Совет Президиумы атайыма “Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне” тигән исем бирә. Һуғыш темаһына арналған “Сәсән кәңәштәре” тигән өсөнсө йыйынтығы 1947 йылда, ә һуңғы “Сәсән тауышы” китабы 1967 йылда донъя күрҙе,” — тип һөйләгәйне Зөләйхә инәй 2013 йылда.
Биш бала – Зөләйхә, Сабира, Раян, Нира, Зөлфирә әсәләре Динә Закир ҡыҙы тәрбиәһендә үҫә. Беҙ һөйләшкәндә Фәррәх сәсәндең өс балаһы: Зөләйхә, Нира, Зөлфирә иҫән ине әле. Зөлфирә ҡыҙы — Ташкент ҡалаһында, Нира — Сибайҙа, ә Зөләйхә инәй Бөрө районының Яңы Байыш ауылында йәшәй ине. Сәсәндең улы Раян Бөрө ҡалаһында йәшәп, ошонда вафат була. Сабира ҡыҙы Ҡаҙағстанда ерләнә.
Фәррәх сәсән 1956 йылдың 10 ғинуарында яман шеш ауырыуынан вафат була. Халыҡ сәсәне Бөрө районы Яңы Байыш ауылы зыяратында ерләнгән. Ауылдың бер урамы уның исемен йөрөтә.
Миңә Фәррәх Дәүләтша улының Бөрө ҡалаһында йәшәүсе ейәне Рәиф Нәзиб улы Кәбиров менән дә әңгәмәләшергә тура килде. Рәиф ағай медицина училищеһында уҡый, армия хеҙмәтен үтәп ҡайтҡандан һуң, Өфөлә медицина институтында белем ала. “Ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Оло ағайым Флит 53 йәшендә вафат булды. Һеңлем Зөлирә менән ҡустым Мансур Өфө ҡалаһында йәшәй”, – тигәйне ул. Рәиф ағай 30 йылдан ашыу табип булып эшләй, ә һуңғы йылдарҙа Халыҡты социаль яҡлау үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡара. Ҡатыны Светлана 12-се балалар баҡсаһын етәкләй. Улдары Илгиз менән Илдар юғары уҡыу йортон тамамлаған. Улар олатайҙары менән ғорурланып, уға оҡшап, Тыуған илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеү өсөн бөтә көстәрен һала.


Әлфинә Сәйетгәрәева,
Бөрө ҡалаһы 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Фәррәх Дәүләтшин туғандары хәтерендә
Фәррәх Дәүләтшин туғандары хәтерендә
Фәррәх Дәүләтшин туғандары хәтерендә
Автор:
Читайте нас