Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Март 2022, 05:32

Йәрминкә гөрләне

Ауыл  хужалығы продукцияһын тәҡдим итеүселәр  йәрминкә уҙасаҡ майҙанға рәт-рәт булып теҙелеп урынлашты.

Йәрминкә гөрләнеЙәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне

Уҙған шәмбелә Ҡариҙел ауылында йәрминкә гөрләне.

Һатыуға  ҡаймаҡ, май, эремсек, һөт ауыл эшсәндәре күпләп алып килгәйне, улар тиҙ арала һатылып та бөттө. Картуф, кишер, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләрҙе ҡариҙелдәр  ҡуш ҡуллап алды.

Район мәҙәниәт йорто артистарының күңелле йыр-моңдары йәрминкәгә байрам кәйефен өҫтәне.

Урындағы шәхси эшҡыуарҙар  шешлек бешереп тәҡдим итте.

Туңдырылған емеш-еләктәр, тоҙланмалар,  ҡайнатмалар, балыҡтар, ит деликатестары рәттәре тора бара бушай башланы. Ҡайһы бер хужабикәләр ҡулында селек һеперткеләр күренде, алда буласаҡ өмәләр хаҡында иҫкәртеп, ҡыуана-ҡыуана кәрәкле әйберенә ҡарап һоҡлана  үҙҙәре.

Район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин йәрминкәнең тейешле кимәлдә уҙыуын билдәләп, халыҡтың ҡыштан һуң ауыл хужалығы продукцияһына, башҡа аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ кисергән мәлендә тура килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Бына шулай һәр кем кәрәклеһен генә алып, ҡәнәғәтлек кисереп, таныштары менән күрешеп, йыр-моң тыңлап, йылмайышып таралышты.

Авторы; Гөлнара Солтанова.

Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне
Автор:
Читайте нас