+30 °С
Болотло


Ярышта 35 балыҡсы ҡатнашты. Улар V символын һүрәтләп теҙелде, патриотик йырға ҡушылып бейене. Бәйгеселәрҙе район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев сәләмләне. Мәке уйыу тиҙлеге, иң өлкән һәм иң йәш балыҡсы, иң эре һәм иң ауыр балыҡ ҡаптырыусы, иң оҫта ҡатын-ҡыҙ балыҡсыны билдәләгән номинацияларҙа еңеүселәр тәбрикләнде.
Ғәзим Талипов тотҡан балыҡтың оҙонлоғо 174 мм, ауырлығы 63 грамм булды. Бәйгелә уны уҙыусылар булманы.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.