

Йәйге каникулдарҙа ҡыҙҙар апайҙары менән фермаға йөрөп, һыйырҙар ашатып, уларҙы һауырға булыша. Мәктәптә уҡығанда уҡ “һауынсы булам”, тип уйлаған йәштәр Ленин исемендәге колхозға эшкә урынлаша. Башҡарған эштәренә намыҫ менән ҡарауҙары, тырышлыҡтары уларға киләсәктә алдынғы һауынсы булырға ярҙам итә.
– Фермалағы эшемде аҙағына тиклем эшләп бөтөрмәйенсә, бер ҡасан да өйгә ашыҡманым, – ти Лигиә.
Уңған ҡатын-ҡыҙҙар әлеге ваҡытта көнөнә 196 баш һыйыр һауа. Тәүлегенә 913 литр һөт һауып алына, унан уны Ҡалтасы һөт заводына тапшыралар.
Һауынсылар өсөн һыйыр йорт хайуаны ғына түгел, ә үҙ холҡо, үҙ кәйефе булған егәрле йән эйәһе лә. Юғары һауымға ирешеү өсөн туҡлыҡлы ашатыу менән яҡшы ҡарау ғына етмәй.
– Малдар менән дуҫлашырға кәрәк, – ти Ләйсән. – Наҙлап өндәшмәһәң, күп һөт биреүенә өмөт юҡ. Ғөмүмән, һауым күп нәмәгә, хатта һауа торошона ла бәйле. Мәҫәлән, болотло, ямғырлы көндө һөт аҙыраҡ.
Әнфисә үҙ һыйырҙарын ярата, үҙе лә ҡояш кеүек, гел йылмайып ҡына тора.
— Һыйырҙарҙы сығарырға тип инһәк, улар үҙҙәре үк һауа торған урынға баҫа. Мине йыраҡтан уҡ таныйҙар. Күптән һәр береһенең ғәҙәтен өйрәндем: ҡайһыһына наҙлы, ҡайһыһына етдиерәк өндәшергә кәрәк. Улар барыһын да аңлай, – тип һөйләй Әнфисә Мөғәллимова үҙе һауған малдар тураһында.
Гөлназ Хужина.