

Донъяла һөнәрҙәр бихисап. Улар араһында метеоролог һөнәре һирәк осрай, шул уҡ ваҡытта бик кәрәкле һәм еребеҙҙең теләһә ҡайһы мөйөшөндә эш табырға була. Метеоролог тигәндә, беҙ башлыса көн торошон фаразлаусыны күҙ алдына килтерәбеҙ. Дөйөм алғанда, Бөтә донъя метеорология ойошмаһы климат, һыу, атмосфера торошо буйынса эшмәкәрлек алып бара.
Башҡортостан Республикаһында был хеҙмәтте “Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса Башҡортостан идаралығы” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы контролдә тота. Был идаралыҡ атамаһында күрһәтелгәнсә ике тармаҡты алып бара: “Гидрометүҙәк” һәм “Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуын күҙәтеүсе мониторинг үҙәге”.
Абыҙ ауылындағы метеостанция тап ошо “Гидрометүҙәк”кә ҡарай. Тарихи документтар буйынса, бындағы ойошма уҙған быуаттың 1912 йылында уҡ Рәсәй Империяһының Юлдар министрлығы тарафынан гидропост булараҡ асыла. Ауылдың ул саҡтағы атамаһы Шәфи тип йөрөтөлә, Шәфи гидропосы, шулай итеп, тарих биттәрендә тәрән эҙ ҡалдырған. Көҙгә бындағы биш кешенән торған коллектив ойошманың 110 йыллығын ҡаршылаясаҡ. Әлеге ваҡытта метеостанция менән Алефтина Иванчик етәкселек итә. Уның ҡарамағында тағы дүрт техник-метеоролог эшләй.
— Эшебеҙ минут һайын кәрәкле ҡағыҙҙарҙа теркәлә бара. Тәүлек әйләнәһенә сменалап эшләйбеҙ, ял-байрам көндәре беҙҙең эштә бөтөнләй юҡ, — ти Алефтина Петровна.
Метеорологтар һауа торошон күҙәтеп, өс сәғәт һайын, ҡайһы бер осраҡтарҙа минут һайын, махсус журналдарға яҙып бара. Унан һуң техниктар бар күрһәткестәрҙе барлап, цифрҙарҙы шифрлап телеграмма менән башта әйтелгән үҙәккә ебәрә. Үҙәктә инде республика буйлап алынған мәғлүмәттәр синоптиктар ҡулына эләгә. Нәҡ синоптиктар ошо мәғлүмәттәрҙе тикшереп, анализ яһап, алдағы көндәргә, ун көнлөктәргә, хатта бер айға һауа торошон күҙаллай. Шулай итеп, метеоролог һөнәре тыштағы һауа торошон минуты-секундына тиклем күҙәтеп барһа, синоптиктар уларҙың мәғлүмәттәре буйынса һауа торошон билдәләй.
Район һәм ҡалаларҙағы һауа торошо нәҡ Абыҙ ауылындағы кеүек кескәй төркөмдәрҙә хеҙмәт иткән метеорологтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостан радио һәм телевидениеһы эфирҙарында яңғырай.
— Беҙҙең хеҙмәт бик яуаплы, эшкә киләбеҙ ҙә кәрәкле приборҙарҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа тырышабыҙ. Идаралыҡ станцияға һәр ай һайын план-йомош бирә. Быны үтәү мотлаҡ. Майҙансығыбыҙға килеп, бар үлсәүсе ҡорамалдарҙы ҡарап сығабыҙ, ултырып телеграмма артынан телеграмма оҙатабыҙ. Сменаның бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Шулай айҙар, йылдар уҙа, эшебеҙ иң айырылғыһыҙ яратҡан һөнәргә әйләнә, тамамланмаған китап һымаҡ, — тип һөйләй Алефтина Иванчик.
Ҡариҙел метеорология станцияһы коллективы үҙҙәренең хеҙмәт ветерандары В.И. Никофорова, Т.А. Гилеваны һағынып иҫкә ала.
Станция Абыҙ ауылындағы элекке аэропорт яланында урынлашҡан. Оҙаҡ йылдар самолеттар осҡан ваҡытта метеорологтарыбыҙ аэропорт өсөн яҡын хеҙмәткәрҙәр булған. Бындағы төрлө-төрлө ҡорамалдар беркетелгән майҙансыҡҡа кеше бик килмәй. Яҙын-йәйен мәктәп уҡыусылары экскурсияға килеп китә, шуның менән тамаша ҡылыусылар тамамлана һәм техниктар тағы үҙ эшенә сума. Ҡар ҡасан, нисә минут, күпме ҡалынлыҡта яуғанын, йә ел ҡайһы яҡтан, баҫым, һауа температураһының юғарымы йә түбәнме икәнен иң элек улар белә. Бурандың көсәйеүсән йә талғын булыу мөмкинлеген дә беҙҙең телефондарға ебәрелгән МЧС хаттары метеорологтарыбыҙ мәғлүмәттәренән туплана.
Гөлнара Солтанова.