

Районыбыҙҙа егәрле, ғаиләһендә өлгөлө ҡатын, хәстәрлекле әсәй булған һәләтле гүзәл заттар күп. Иҫке Ҡарағош ауылында йәшәүсе Зинан Исламова ла шундайҙарҙың береһе.
Зинан Шәғәрислам ҡыҙы 1957 йылда районыбыҙҙың Баҡалы ауылында колхозсы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Урындағы һигеҙ йыллык мәктәпте тамамлағас, Кәшкәләү урта мәктәбендә белем ала. Артабан район Мәҙәниәт йортона эшкә юллана. Бер йылдан һуң сауҙа өлкәһендә эшләр өсөн һөнәри белем алып, хеҙмәт юлын район ҡулланыусылар йәмғиәтендә дауам итә. Зинан апай хаҡлы ялға сыҡҡансы һатыусы булып тырышып эшләй. Уның күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланып, “Рәсәй Федерацияһының алдынғы сауҙа хеҙмәткәре” исеме бирелә. Шулай уҡ Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәтенең Почет грамотаһына, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына һәм ҡиммәтле бүләктәренә лайыҡ була.
Зинан Шәғәрислам ҡыҙы бәләкәйҙән йырларға ярата. Был һәләт уға йыр-моңға ғашиҡ һәм бик һәләтле булған ата-әсәһенән бирелгән. Атаһы моңло тауышлы йырсы, оҫта гармунсы булған. Уның гармун моңдарын тыңларға хатта тирә-яҡтарҙан да килгәндәр. Зинан апай бөгөн дә бик матур йырлай. Эш дәүерендә лә сәхнәне ташламай. Ул районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй, үҙенең моңло тауышы менән тамашасыларҙы ҡыуандырып тора.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете — ғаилә бөтөнлөгөндә, балаларҙа. Зинан апай ҙа тормош иптәше Марат ағай менән татыу ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер бүләк итә. Ике малай һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Бөгөн инде улар үҙ аллы тормош ҡороп, үҙҙәре атай-әсәй булған.
Зинан Шәғәрислам ҡыҙының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә бик матур йырлай. Мәҫәлән, ейәне — районыбыҙҙың гәлсәр һандуғасы Зиннур Исламов әленән-әле төрлө йыр-моң бәйгеләрендә ҡатнашып, һәр саҡ еңеү менән ҡайта, Гран-при яулап, районыбыҙҙы данлай.
“Әсә кеше балаһын бәләкәйҙан нисек тәрбиәләһә, үҫеп еткәс, шуның емештәрен татый. Балалар — ул һинең тормошоңдоң көҙгөһө. Ә ҡатын-ҡыҙ бәхете йәнәшәлә һәр саҡ ярҙам итеп, хөрмәтләп, һөйөп йәшәгән ир кеше — ышаныслы тормош иптәшең булыуынан да тора. Аллаға шөкөр, бәхетлемен. Ғүмеребеҙ фиҙаҡәр хеҙмәттә үтте, йыр-моң беҙҙең юлдашыбыҙ булды. Тормош иптәшем менән бер-беребеҙҙе аңлап, кәрәк саҡта кисерә белеп йәшәнек. Хәҙер инде балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең уңыштарына һөйөнөп ғүмер итәбеҙ”, — ти Зинан апай.
Әлеге көндә Исламовтар Иҫке Ҡарағош ауылында матур һәм етеш тормош көтә, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрап, бал ҡорттары ҡарап гөрләтеп йәшәй. Матурлыҡҡа ғашиҡ Зинан апай йәйгеһен баҡса һәм ихатаһында гөл-сәскәләр үҫтерә, йәшелсә, еләк-емештәренән дә мул уңыш ала. Ауыл ҡото нәҡ шундай егәрле һәм һәләтле ғаиләләрҙә.
Гөлназ Ханова.