

Гөлнара Зөфәр ҡыҙы Закированың бөтә ғүмере йәштәргә һөнәри белем биреү өлкәһенә, айырып әйткәндә, Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы эшмәкәрлегенә бағышланған. Өҫ тиҫтә йылдан артыҡ тырыш хеҙмәте, һөнәрмәнлеге менән ул Балтаста ғына түгел, тирә-яҡ райондарҙа ла халыҡ хөрмәтен яулаған шәхес. Әле яңы ғына Гөлнара Зөфәр ҡыҙы “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы белем һәм тәрбиә биреү хеҙмәткәре” тигән күкрәк билдәһе менән бүләкләнде.
Гөлнара — Балтас районы Яңы Янбай ауылы ҡыҙы. Иҫ киткес матур тәбиғәтле, балыҡҡа бай ҙур күлле был ауыл инде ер йөҙөнән юғалһа ла, унда тыуып-үҫкән, хеҙмәт тәрбиәһе алған егет-ҡыҙҙар төрлө өлкәләрҙә матур эштәре менән йәмғиәтебеҙ биҙәге булып лайыҡлы йәшәй. Яланғас ауылына йөрөп уҡып, 8-се класты тамамлағас, Гөлнара Борханова 87-се Иҫке Балтас ауыл хужалығы һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға инә. Өс йылдан һуң тегеүсе һөнәрен үҙләштергән ҡыҙҙың уңғанлығын, эшкә, белем алыуға маһирлығын, маҡсатсанлығын күреп, уҡыу йорто етәкселеге юллама буйынса уны Түбән Тагил ҡалаһындағы индустриаль-педагогия техникумына уҡырға ебәрә. 1991 йылда Гөлнара Зөфәр ҡыҙы тыуған районына, үҙе белем алған уҡыу йортона уҡытыусы булып эшкә ҡайта.
Оҫта тегеүсе ҡыҙҙарға теоретик дәрестәр бирә. Шул уҡ ваҡытта төрлө тәрбиәүи саралар ойоштора йәш педагог. Училище тормошоноң уртаһында ҡайнап эшләй Гөлнара Зөфәр ҡыҙы, бер яңылыҡҡа ла битараф ҡалмай, үҙ фекерен белдерә, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Остаздарының, өлкән быуын уҡытыусыларының эш тәжрибәһен өйрәнеп, дәрестәрендә ҡуллана, заман технологияларын үҙләштереүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Училище тормошон бик яҡшы белгән, һөнәре яғынан һәр ваҡыт үҫешкән педагогты 2001 йылда директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп үрләтәләр. Гөлнара Зөфәр ҡыҙы был яуаплы вазифаны егерме йылдан артыҡ алып бара. Эше тынғыһыҙ булһа ла, яратып башҡара, күңелен һалып, яҡшы нәтижәләргә ирешеүҙе көндәлек маҡсаты итеп эшләй.
Һөнәри белем биреү йорто Гөлнара Зөфәр ҡыҙы өсөн күптәндән икенсе өйөнә әүерелгән. Үҙе генә түгел, тормош иптәше Дамир Зәбир улы менән бергәләп ашыға улар колледжға. Дамир Закиров 1996 йылдан башлап бирелә производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләй. Улдары Илгиз ошо уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығын механикалаштырыу факультетында ситтән тороп белем ала. Быйыл ул диплом аласаҡ. Закировтарҙың кесе ҡыҙы Ленара 7-се класта уҡый.
2015 йылда училище колледж статусын ала. Әлеге ваҡытта Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында тирә-яҡ райондарҙан 458 уҡыусы белем ала, уларҙың 117-һе — бәлиғ булмаған йәштә, 78 бала тулай тораҡта йәшәй. Уҡыу йортоноң Тәтешле районы Бүлҡайпан ауылында һәм Борайҙа филиалдары бар. Иҫке Балтаста колледж уҡыусылары 9-сы кластан һуң тракторсы-машинист, автомеханик һөнәрҙәре буйынса — өс, ашнаҡсы-кондитер һөнәре буйынса — дүрт, 11-се кластан һуң иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса бер йыл белем ала. Бүлҡайпандағы филиалда ла 9-сы кластан һуң ошо һөнәрҙәрҙе үҙләштерәләр. Ә бына Борайҙағы филиал 11-се кластан һуң ашнаҡсы-кондитер, тракторсы-машинист, иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәрен алыуға махсуслашҡан.
Ағымдағы уҡыу йылында колледжда яңы факультет асылған. Бер төркөм уҡыусы машина-трактор паркын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса мастер һөнәрен үҙләштерә.
Яуаплылыҡ бик ҙур. Йәшерен түгел, уҡыусыларыбыҙ араһында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән килгәндәре, тәртиптәрендә төрлө тайпылыштары булғандары күп. Һәр береһенә айырым мөнәсәбәт, аңлап эш итеү, ярҙам ҡулы һуҙыу мөһим. Уҡыусыларыбыҙҙы һөнәри белем алдырып, хеҙмәт юлына сығарыу — маҡсатыбыҙ. Уҡытыусылар, мастерҙар, тәрбиәселәр коллективы шул маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн тырышып эшләй. Колледжда белем алған уҡыусыларҙың тормошта үҙ урынын табыуын, эшкә урынлашып, тәртип менән эшләүен, йәғни уҡыу йортонда алған белемен ҡулланып йәшәүен күреү — беҙҙең өсөн ҙур бәхет”, — ти Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы Гөлнара Закирова.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Ғәзим Талипов фотоһы.