+30 °С
Болотло


Сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән сарала ауыл биләмәләре халҡы, райондың предприятие, ойошма һәм мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында ярыштар үткәрелде. Унда ҡышҡы спорт төрҙәрен үҙ итеүсе төрлө йәштәге 150-нән ашыу кеше ҡатнашты.
Ярыш бер тында үтте. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ыңғай тәьҫораттар алды.
Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнеләр.
Гөлназ Ғәлләмова.